Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Апрель 2020, 13:37

Районда хеҙмәтте һаҡлау айлығы уҙасаҡ

Йыл һайын халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы инициативаһы менән 28 апрелдә бөтә донъя йәмәғәтселеге Бөтә дoнъя хеҙмәтте һаҡлау көнөн билдәләп yтә.

БР Хөкүмәтенең 12.08.2013 йылдан 369-се һанлы «Башҡортостан Республикаһында хеҙмәтте һаҡлау айлығын ойоштороу һәм yткәреү тураһында»ғы ҡарарына ярашлы, муниципаль район хакимиәтенең 26.03.2020 йыл, 189-сы һанлы бойороғо менән район территорияһында 1 апрелдән 30 апрелгә тиклем хеҙмәтте һаҡлау айлығы үткәрелә. Хеҙмәтте һаҡлау айлығының маҡсаттары hәм бурыстары — хеҙмәт шарттарын hәм хеҙмәтте һаҡлауҙы яҡшыртыу эшен камиллаштырыу, етештереүҙәге имгәнеүҙәр, hөнәри ауырыуҙарҙы кәметеү, хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу hәм хеҙмәтте һаҡлау буйынса ыңғай эш тәжрибәһен пропагандалау.
Етәкселәргә айлыҡ сараларын үҙ ойошмаларында hәм учреждениеларында ойошторорға тәҡдим ителде. Айлыҡ көндәрендә түбәндәге саралар үткәрергә тәҡдим ителә: хеҙмәтте һаҡлау буйынса кәңәшмәләр (хеҙмәтте һаҡлау көндәре), хеҙмәтте һаҡлауҙың актуаль мәсьәләләре буйынса семинарҙар, шәхси һаҡланыу саралары күргәҙмәләре, хеҙмәтте һаҡлау мәсьәләләре буйынса «ҡайнар линия»лар үткәреү; ойошма етәкселәре hәм белгестәренең хеҙмәтте һаҡлау буйынса уҡыуҙар үткәреү, предприятиеларҙың төрлө яҡтан тикшереүҙәрен ойоштороу, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, хеҙмәтте һаҡлау hәм социаль реклама буйынса видеофильмдар күрһәтеү — был йүнәлештә теләһә ниндәй инициативалы аҙым эште яҡшыртырға, хеҙмәт хәүефһеҙлеген арттырырға ярҙам итeргә тейеш.
Көньяҡ-көнбайыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге дәүләт ҡаҙна у ч р е ж д е н и еһының Бишбүләк районы бүлеге
Читайте нас: