Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Апрель 2020, 11:57

Сирҙең үлемгә илтеүе ихтимал

Яҙ етте. Тиҙҙән ер эштәре башланыр, ҡала халҡы баҡсаларҙағы йорттарына юлланыр. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге етәксеһе Эльма Садиҡова был осорҙа сысҡан биҙгәгенән һаҡ булырға саҡыра.

Вирус, нигеҙҙә, кимереүселәрҙең кибеп, саң менән һауаға таралған бүлендеһе аша тын алғанда йәки тирегә, күҙгә, танауға, ауыҙға эләккән осраҡта күсә. Шуға күрә подвалда, гаражда, башҡа йорт ҡаралтыларында эшләгәндә һаҡ булырға кәрәк. Шуны ла белеү мөһим: сысҡан биҙгәге кешенән кешегә йоҡмай.
Ауырыуҙың төп билдәләре: тән температураһының күтәрелеүе, баш һәм мускулдар ауыртыуы, дөйөм хәлһеҙлек. Ҡайһы берҙә танау тоноуы, йүткереү, тамаҡ шешеү, күҙҙең күреү һәләте кәмеүе күҙәтелә. Ваҡытында дауаланмаһаң, бил, эс ауырта, тән тиреһенә сабыртма сыға. Ауыр осраҡта бөйөр эшмәкәрлеге боҙолоуы, бөйөрҙән, танауҙан, ашҡаҙандан ҡан ағыуы ихтимал. Шуға күрә сирҙең тәүге билдәләрен тойғас та дауаханаға мөрәжәғәт итеү мөһим.
Геморрагик биҙгәккә ҡаршы ниндәй ҙә булһа вакцина йәки иммуноглобулин юҡ. Уны тик дөйөм санитария ҡағиҙәләрен үтәп кенә иҫкәртеп була.
  • кимереүселәр йөрөгән хужалыҡ ҡаралтыларында эшләр алдынан яҡшылап елләтегеҙ, был биҙгәк вирусын һаҡлаған саңды бөтөрөргә ярҙам итер;
  • сысҡан йөрөгән бинала, бесән йәки башҡа төр саңлы эш эшләгәндә мотлаҡ респиратор (битлек), күҙлек һәм бирсәткә кейегеҙ;
  • эш ваҡытында тартмағыҙ, тәмәке менән ауыҙығыҙға вирус индереүегеҙ бар;
  • үлгән йәки тере сысҡандарҙы бирсәткәһеҙ тотмағыҙ;
  • ҡулдарығыҙҙы яҡшылап йыуығыҙ
  • "Шоңҡар" журналынан.
  • Читайте нас: