Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Апрель 2020, 13:18

Тулы изоляция режимында

Бары тик контакттарҙы мөмкин ҡәҙәр кәметеп кенә, коронавирус үҫешен туҡтатырға мөмкин.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала үҙ-үҙеңде изоляциялаy режимын индереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. 31 марттан алып айырым бойороҡҡа ҡәҙәр барлыҡ кешеләр, йәштәренә ҡарамаҫтан, өйҙә ултырырға тейеш. Тораҡтан бары тик ашығыс медицина ярҙамына мохтаж булғандар һәм был көндәрҙә эшләүен дауам итеүселәр генә йөрөргә мoмкин. Яҡын-тирә дауаханаға һәм аҙыҡ-түлек hәм тәү сиратта кәрәкле тауарҙар һатып алыу маҡсаты менән магазинға сығырға рөхсәт ителә. Бынан тыш, сүп-сар сығарырға һәм эттәрҙе йәшәү урынынан 100 метр радиуста йөрөтөргә була. Yҙ-yҙеңде тотоу ҡағиҙәләре буйынса граждандар өйҙән ситтә бер-береһенән кәмендә ярты метр алыҫлыҡта булырға ҡуша. Указ менән башҡа төбәктәргә пассажирҙар ташыу туҡтатыла, муниципаль-ара hәм муниципаль маршруттарҙа пассажирҙар йөрөтөү һаны кәмей. Парктар, скверҙар hәм балалар майҙансығтары ябыласаҡ. Балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр hәм башланғыс мәктәп уҡыусылары өсөн 15 кешенән артыҡ булмаған дежур төркөмдәр эшләйәсәк. Тәү сиратта унда бер өҙлөкһөҙ эшләүсе ойошмаларҙа хеҙмәт итеүсе ата-әсәләрҙең балаларын ҡабул итәсәктәр. Республика территорияһында аҙыҡ-түлек, беренсе сиратта көндәлек тауарҙар менән һатыу итеүсе ойошмалар өсөн махсус пропусктар эшләйәсәк.
Коронавирус буйынса үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын боҙоусылар 15 меңдән 40 мең һумға тиклем штрафҡа тарттырыласаҡ. РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына Дәүләт Думаһы шундай төҙәтмәләрҙе ҡабул итте. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указын үтәү маҡсатында район хакимиәте, республикала үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы иғлан ителеү сәбәпле, район территорияһында пропуск режимын раҫлау тураһында ҡарар ҡабул итте. 31 марттан башлап район халҡына тауышлы ҡоролмалар ҡулланып, коронавирус сире таралыуға ҡаршы тороу саралары аңлатыла. Район ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре дөйөм файҙаланыуҙағы урындарҙы дезинфекциялайҙар. Полиция хеҙмәткәрҙәре hәм халыҡ дружиналары урамдарҙы, башҡа йәмәғәт урындарын күҙәтә. COVID-19 килеп сыҡҡан ауырыуҙарҙың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн, һаҡлыҡ сараларын үтәргә кәрәк. Бары тик мөмкин тиклем аралашыуҙы кәметеп, коронавирус үҫешен туҡтатырға мөмкин.
Ирина Фомина әҙерләне.
Ирина Михайлова фотоһы.
Читайте нас: