Дим буйҙары
-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Апрель 2020, 16:21

Өйҙә ултырып эшләү еңелме?

Өйҙән тороп эшләүселәрҙең һаны артты. Коронавирустан һаҡланыу маҡсатында, күптәр өйҙә ҡалып эшләүҙе хуп күрә.

Ҡыҙғанысҡа күрә, ситтән тороп эшләгәндә иң ҡыйыны – үҙ-үҙеңде йыйыу. Һин өйҙә бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй. Төшкә тиклем йоҡлап, таңға тиклем телевизор ҡарап була. Тик улай эшләгәндә эш бармаясаҡ. Шуға күрә өйҙән эшләүселәр өсөн ҡағиҙәләр ҙә бар икән.
Уңайлы эш урыны. Ул диван да түгел, карауат та түгел. Иркенләп ултырыу рәхәтләнеп йоҡлап китеүгә сәбәп кенә буласаҡ. Ултырғыс һәм өҫтәл кәрәк. Ултыраһың да эшләйһең.
Кейем дә уңайлы булырға тейеш, тик ул кейем менән ятҡы килмәһен. Халат кейгән килеш эшләп булмай. Башҡа әйбер кейергә кәрәк. Өшөмәҫлек итеп кейенегеҙ. Өшөйһөгөҙ икән, сәй эсеп алғығыҙ киләсәк. Ә аш бүлмәһендә мең мәшәҡәт күренәсәк. Ситтән тороп эшләүҙә аш бүлмәһе – иң ҡурҡыныс урын. Ул, магнит кеүек үҙенә тарта. Шуға ла ашарға бешереү һәм ашауҙың теүәл ваҡытын билдәләү мотлаҡ.
Күп күрмәгеҙ. Өйҙә бер бөртөк туҙан күрһәгеҙ – бөттө. Эштә туҙанды күрмәйһегеҙ бит, күрһәгеҙ ҙә ул хөкөмәттеке, шуға ла артыҡ иҫегеҙ китмәй. Өйҙә лә шулай ҡабул итегеҙ. Туҙан һөртөп, өй йыйыштырырға тотонһағыҙ, аҡса эшләй алмаясаҡһығыҙ.
Иртән контраст душта ҡойоноғоҙ. Таҙа тән кешене тонуста тота.
Телевизор барлығын да онотоғоҙ.
Иң мөһиме – өйҙән эшләүселәрҙе ғаиләһе лә аңлаһын. Уларға эш сәғәтендә сәй эсергә саҡырыу, ашарға һорау тыйылғанын да аңлатырға тура киләсәк.
Фото:google.com
Фото "Йәшлек" сайтынан.
Читайте нас в