Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Апрель 2020, 15:38

Маршал Жуков – Яңауылда

Яңауыл станцияһының етенсе юлында (вокзал һәм элеватор араһында) округ командующийының штаб вагоны урынлаша. Маршал Жуков бер аҙнанан артыҡ Яңауылда тора.

Элекке фронтовиктар полководецты таный, уның янына килеп йөрөйҙәр. Ҡайһы бер һуғыш ветерандары уға үҙ йомоштарын да еткерә. Ветерандар һөйләүенә ҡарағанда, ул бер фронтовикка йорт һалырға ярҙам итә.

Маршал еңел машинала хәрби күне­геүҙәр үтеүсе урындарҙа, ауылдарҙа була. Бер көндө Георгий Жуков Максимовка ауылы яугире Ғәлимхан Үлмәсовтың йылға буйындағы мунсаһында сабынып сыға.

Яңауылдың Мәҙәниәт һарайы янында (ул бина инде һаҡланмаған) хәрби күне­геүҙәргә һөҙөмтә яһала. Бер көндө Георгий Константинович вокзал янындағы тимер юлсылар клубына килеп керә. Шахмат өҫтәле янында ултырыусы Валентин Елагоға ул шахмат уйнарға тәҡдим итә. Шахмат “алы­шы”ның нисек тамамланғанлығын хәҙер инде шул тарихи өҫтәл генә хәтерләйҙер. Уны ветеран уҡытыусы Р. Хәмзин Яңауыл тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшыра. Уға шундай яҙма урынлаштырылған: “Был өҫтәл артында Урал хәрби округы күнегеүҙәре ваҡытында Советтар Союзы Маршалы Георгий Жуков эшсе-тимер юлсы Валентин Елаго менән шахмат уйнаны”.

Тарихсылар яҙыуынса, Урал, Башҡортостан менән Георгий Жуков Граждандар һуғышы йылдарында уҡ таныш булған. 1918 йылдың октябрендә империалистик һуғыш окоптарында кесе унтер-офицер дәрәжә­һенә һәм батырлығы өсөн ике Георгий тәреһенә эйә крәҫтиән улы Ҡыҙыл армия сафтарында хеҙмәт итә. 1919 йылдың июнендә ул Көньяҡ фронты командующийы Михаил Фрунзе менән осраша.

Георгий Жуков рядовой һалдаттан — маршалға, взвод командирынан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Юғары Башко­мандующийҙың урынбаҫарына ҡәҙәр күтәрелә, һуғыштан һуң оборона министры була.

Билдәле полководец Георгий Жуковтың (1896-1974) исеме Ватаныбыҙ геройҙары, данлыҡлы хәрби етәкселәр Александр Суворов һәм Михаил Кутузов исем­дәре менән бер рәттән йөрөй.

Башҡортостанда маршалды онотмайҙар, 1984 йылда Өфө ҡалаһы башҡарма ко­­ми­теты ҡарары менән Сипайлово биҫ­тәһендәге яңы урамға Георгий Жуков исеме бирелә. Был урамда хәрби етәксе исе­мендәге сквер бар, унда маршалдың бюсы ҡуйылған. Шулай уҡ рәссам-граффити оҫтаһы Олег Кайбышев Сипайлово биҫтә­һенең Жуков урамындағы 2-се йорт диуарына Георгий Константиновичтың ҙур портретын яһап ҡуйған. Ул Рәсәйҙә бөйөк полководецтың иң ҙур портреты булып тора.
Фото Интернеттан.
Читайте нас: