Дим буйҙары
-9 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Апрель 2020, 11:49

Ситтән тороп уҡыуға ғаризалар онлайн режимда ҡабул ителә

Апрель башлап Башҡорт дәүләт аграр университеты ситтән тороп уҡыу өсөн документтарҙы онлайн режимда ҡабул итә башланы.

Был алым Башҡортостанда Владимир Путиндың май указы менән раҫланған "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Быйыл Башҡорт дәүләт аграр университеты 75 белгеслек һәм бакалавриат йүнәлештәре буйынсауҡырға ҡабул итә, шуларҙың 43-ө - ситтән тороп уҡыу буйынса.

Уҡырға инеү өсөн документтарҙы онлайнрежимда тапшырырға мөмкин. Бының өсөн уҡыу йортоноң сайтына инеп, "Ғариза бирергә теләйһегеҙме? Теркәлегеҙ!" тигән төймәгә баҫып, артабан тейешле урындарҙы тултырып, шәхси кабинет булдырырға кәрәк.

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#Башҡортостанпроекттары

Читайте нас в