Үткән тәүлектә генә Ҡушма штаттарҙа 1736 кеше вафат булған. Хәҙер мәрхүмдәрҙе ерләү ҙур мегаполистар өсөн оло ҡара мәшәҡәткә әйләнгән. Мәҫәлән, Нью-Йорк ҡалаһы етәкселеге ваҡытлыса ерләү өсөн парктарҙы, скверҙарҙы, бығаса файҙаланылмаған майҙандарҙы йәлеп итергә йыйына. Был ҡалала икенсе аҙна инде хәрби хәл индерелгән. Иң аяныслыһы шул, ҡалала коронавирус, пандемия, карантин хаҡында ишетмәгән-белмәгән кешеләр ҙә бар икән.
АҠШ-тың иң ҙур авианосецы “Теодор Рузвельт” коронавирустың иң ҙур һәм йөҙөп йөрөүсе ҡорбанына әйләнде, тип әйтергә нигеҙ бар. Иң тәүҙә авианосецҡа идара итә алмағаны өсөн капитанды эшенән бушатҡандар. Кисә хәрби диңгеҙ көстәре командующийы ла вазифаһын ҡалдырҙы. Пентагон 5000 кешенән торған экипажды һәм бер нисә йөҙ сирлене ҡотҡарыуҙың иң отошло юлын таба алмай. Сирлеләр көндән-көн арта, ә “Теодор Рузвельт”ҡа портҡа инергә рөхсәт юҡ.