Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Апрель 2020, 13:21

Радий Хәбиров: Пасханы өйҙә генә байрам итегеҙ

Республика Башлыгы тейешле органдарға кешеләрҙең Пасха байрамы уңайынан ғибәҙәтханаларға йыйылмауҙарын тикшерергә ҡушты.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, был хаҡта республика руханиҙары менән алдан һөйләшелгәйне инде. “Доғалар уҡырға, төрлө ритуалдарҙы өйҙә лә башҡарырға була, минең үтенес — сиркәүҙәрҙә йыйылмағыҙ”, — тине ул.
Радий Хәбиров фекеренсә, коронавирус эпидемияһы ваҡытында ғибәҙәтханаларҙа күпләп йыйылыу сирҙең таралыуына килтерергә мөмкин.
Быйыл Пасха 19 апрелдә билдәләнә.
Читайте нас: