Атап әйткәндә, тәрәүих намаҙҙары һәм ифтарҙар булмай.
«Йолаларҙы өйҙә башҡарырға мөмкин», — тине Айнур Бирғәлин.
Ул шулай уҡ был осраҡта мосолман ҡанундары боҙолмай тип билдәләне.
«Мәсеткә килеп, ишек шаҡырға һәм эскә инеү өсөн мөмкинлек эҙләргә кәрәкмәй. Бында диндарлыҡ юҡ. Диндарлыҡ – ул үҙеңдең һәм тирә-йүндәгеләрҙең ғүмерен һаҡлау. Хәҙерге шарттарҙа йәмәғәт намаҙына барыу – тимәк, яҡындарыңды хәүеф аҫтына ҡуйыу», — тине Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе.
Башҡортостанда бөтә мәсеттәр ҙә ябыҡ. Йома намаҙҙары уҙғарылмай. Манаранан диндарҙар аҙан һәм үҙизоляция тәртибен үтәргә саҡырыу яңғырай.