Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Апрель 2020, 13:05

"WHATSAPP"та хәбәр ебәреү сикләнә

"WhatsApp"та хәбәрҙәр ебәреүгә сикләүҙәр индерелде.

Был сикләү фейктар, ысынбарлыҡҡа тура килмәгән хәбәрҙәр таралыу менән мелән бәйле.
Хәбәрҙәрҙе төрлө кешеләргә таратыуҙы сикләү - ялған мәғлүмәттең күпләп тиҙ арала таралыу ихтималы арҡаһында индерелгән.

"Уҙған йыл үҙебеҙҙең ҡулланыусыларыбыҙға бер нисә тапҡыр ебәрелә торған хәбәрҙәр концептын тәҡдим иттек. Улар ике уҡ менән билдәләнгән. Хәҙер иһә, сикләүҙәр керетергә мәжбүрбеҙ - ватсап аша хәбәрҙе бер тапҡыр ғына ебәрергә мөмкин ", - тиелә компания белдереүендә.

WhatsApp Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һәм милли сәләмәтлек һаҡлау министрлығы менән хеҙмәттәшлек итә, бары тик әлеге сығанаҡтарҙан ғына мессенджер ҡулланыусыларына дөрөҫ мәғлүмәт бирелә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр компанияла.

Компанияның был аҙымын аңлап була: ни тиһәң дә, һуңғы ваҡытта коронавирус инфекцияһы хаҡында ла бихисап ялған хәбәрҙәр таралды.
Читайте нас: