Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Апрель 2020, 11:06

Республика ҡалалары күркәмләнә

Республика былтыр “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәйҙә 84 төбәк араһында 8-се урынды биләне. Рейтинг буйынса Мәскәү өлкәһе – лидер. Был турала Төҙөлөш министрлығының рәсми сайтында хәбәр ителә.

Үткән йылда «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда 140 парк һәм сквер, 500-гә яҡын ихата төҙөкләндерелгән.
Әйткәндәй, үткән йыл республиканың биш муниципалитеты бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булғайны. «Николо-Березовка. Тыуған яҡҡа ҡайтыу», «Ағиҙел тулҡындары», «Дүртөйлө. Яңы энергия», «Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡалары» (Яңауыл ҡалаһы) һм “Ҡайынлыҡ тракты” (Мәләүез ҡалаһы) проекттары иң яҡшылары тип табылғайны.
Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 319,5 миллион һум аҡса бүленгән.
#миллипроекттар#төбәкпроекттары
Читайте нас: