Был маҡсаттарға барлығы 7 324,7 миллион һум йүнәлтеү ҡаралған. Уларҙың 2 223 миллион һумы федераль бюджеттан финансланасаҡ. 2020 йылда ете муниципалитетта – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында, Иглин, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө райондарында милли проект бурыстары тормошҡа ашырыла.
Айырым алғанда, Өфө – Шишмә автомобиль юлының Шишмә районындағы 26,4 - 27,9-сы участкаһында иҫке япма фрезер менән эшкәртелгән һәм тигеҙләтелә, аҙаҡ өҫкө өлөшө ваҡланған таш һәм мастика, асфальт, бетон түшәлә. Бынан тыш, юл сиктәре лә нығытыласаҡ, тейешле билдәләр ҡуйыласаҡ. Эштәр тамамланғас, термопластик ярҙамында юл тамғалары һыҙыласаҡ. Өфө – Шишмә юлындағы ремонт участкаһын файҙаланыуға тапшырыуҙың яҡынса ваҡыты – 1 июнь.
Муниципаль-ара тәғәйенләнешле Стәрлетамаҡ – Салауат юлының бер өлөшө ҡайнар асфальт-бетон менән тигеҙләнә. Урында йәшәүселәрҙең һорауы буйынса “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” программаһына индерелгән автоюл участкаһының оҙонлоғо – өс километр. Бындағы эштәр июнь аҙағында тамамланыр тип көтөлә.
Быйыл милли проектҡа ярашлы тәүгеләрҙән булып ремонт яһалған урындарҙың береһе – баш ҡалалағы Левитан урамы. Өфөнөң Дим биҫтәһендәге Таллин урамынан Яңы Рәсәй урамына тиклемге өлөш тә (920 метр) йүнәтелә. Бынан тыш, баш ҡаланың Воровский урамы яғындағы Ағиҙел аша күпер, Валерий Лесунов урамы һәм Баландин бульвары төҙөлөштәре, Мостай Кәрим урамындағы капиталь ремонт, Комсомол, 8 Март урамдарын үҙгәртеп ҡороу дауам итә.