Дим буйҙары
+17 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Август 2020, 13:37

Сәйҙе күпме һаҡларға?

Яраҡлылыҡ ваҡыты сыҡҡан сәй нимәһе менән ҡурҡыныс?

Ә сәй һатып алғанда уның һаҡланыу ваҡытына иғтибар итеүселәр күпме икән һуң? Баҡтиһәң, оҙаҡ һаҡланған сәйҙә үҙгәрештәр башлана икән. Һәр хәлдә, ауыл хужалығы буйынса белгес, агроном Владимир Викулов шулай ти.
“Һәр продукттың күпме һаҡланыуын белергә кәрәк. Бер төрлө әйберҙәр йылдар буйына һаҡланһа, икенселәре бер нисә көн эсендә боҙола, – ти ул. – Ә сәйҙең һаҡлау срогы уның төрөнә ҡарай. Күптәр ҡулланған таралып тороусы үләнле сәйҙе һаҡлау срогы – күп тигәндә бер йыл. Төргәге асылған булһа, һаҡлау ваҡыты тағы ла ҡыҫҡара”.
Сәй – бик үҙенсәлекле продукт. Уға еҫтәр, дымлылыҡ, янында торған төрлө әйберҙәр тәьҫир итә, тип раслай Викулов.
“Өйҙә сәйҙе керамик, быяла, бер ҙә булмаһа металл һауытта яҡшы ябылған килеш һаҡларға кәрәк. Ҡатырға төргәктә оҙаҡ тоторға кәңәш ителмәй. Вакуумлы һауыт булһа, ул һаҡлау срогын оҙайта”, – ти белгес.
Ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан сәйҙә окислашыу процесы башлана. Викулов аңлатыуынса: “Сәйҙең сифаты юғала. Витаминдар тарҡала, хуш еҫе юҡҡа сыға. Йәғни бер йыл һаҡланғандан һуң ул сәйле эсемлеккә әйләнә, уның файҙаһы ҡалмай, тиерлек”.
Читайте нас: