Бөгөнгө көндә магазиндан бар нәмәне лә һатып алырға була, әммә үҙең әҙерләгәненә етмәй инде. Бишбүләк ауылында йәшәүсе Флүрә Сәғҙиеваның район үҙәк район дауаханаһында эшләп, ысынлап хаҡлы ялға туҡтағанына ике йыл. Мәғәфүр һәм Флүрә Сәғҙиевтарҙың эше йәйгеһен уғата тығыҙ, сөнки улар 200-ләгән баш умарта тота. Күпселек ҡатын-ҡыҙҙар кеүек, хужабикә йәй миҙгелендә төрлө ҡайнатмалар яһай, ҡаҡ та ҡоя.
- Беҙҙең умарталыҡтың тирә-яғы еләклек, бушаған арала, көнөнә ике биҙрә йыйған саҡтар ҙа булды. Варенье ла яһаным, үткәреп туңдырғысҡа ла һалып ҡуйҙым, ҡаҡ та ҡойҙом. Иттурағыстан үткәрелгән еләкте майланған таҡтаға йоҡа ғына итеп йәйеп ҡуям да, саф һауала киптерәм. Быйылғы ҡыҙыу көндәрҙә ҡаҡ киптереү мәшәҡәтле булманы.
Эйе, өй шарттарында әҙерләнгән ҡаҡ магазиндан һатып алған татлы ризыҡтарҙан бер ҙә ҡалышмай, ә киреһенсә, файҙаһы һәм сифаты яғынан күпкә һәйбәтерәк. Ҡаҡ, ғәҙәттә, шәкәрһеҙ әҙерләнә, шуға ла уны диетик аҙыҡ тиергә була.
Сәғҙиевтарҙың баҡсаһында ҡара ҡарағат, слива бар, ә алмаларҙың бер нисә төрө үҫә. Кем әйтмешләй, яҡшы уңыш үҫтереү – эштең яртыһы ғына. Артабан уны дөрөҫ итеп әҙерләргә һәм һаҡлай белергә кәрәк.
- Быйыл һәр кемдә лә алма күп булды, нимә эшләтһәң дә, бөтөрлөк түгел. Мин компот та, повидло ла яһаным. Ваҡыт етмәгәндә, уны былай әҙерләп ҡуям: иң тәүҙә ике биҙрә алманы бешереп алам. Һуңынан һөҙөп, иләк аша үткәргәндән һуң, тағы ла талғын утта ҡайнатып сығарам да, ҡайнар килеш стрелләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән ябам. Шәкәрһеҙ ҙә боҙолмай оҙаҡ һаҡлана, ҡышҡыһын әҙер ҡайнатманы йә бәлеш бешергәндә тотонам, йә ҡаҡ ҡоям. Ҡаҡты, әлбиттә, духовкала киптерергә тура килә, 90 градус эҫелектә 2-3 сәғәт самаһы тотам, саҡ ҡына духовканың ишеген асып ҡуйырға ла мөмкин, - тип. татлы ризыҡ әҙерләү серҙәре менән уртаҡлаша ул.
Һуңғы емештәрҙең береһе – балан. Баҡсаларҙа япраҡтары ҡойолған баландар баҙрап янып ултыра. Егәрле ҡатын-ҡыҙҙар унан нимә генә әҙерләмәй!
- Йыл һайын Дим буйынан балан йыябыҙ. Унан ҡаҡ әҙерләгәндә, бик әсе булмаһын өсөн, емештәрҙе бутап киптерәм. Мәҫәлән, балан менән сливаны йәки алма повидлоһы ҡушып яһайым, йомшағыраҡ та була. Бынан тыш, ҡаҡты әҙерләгәндә уның тәмен һәм ҡуйылығын үҙеңә кәрәккәнсә самалайһың. Ә һаҡлауға килгәндә, уны ҡоро урында ҡағыҙ тартмала тотам. Йыш ҡына ҡаҡ һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә була, уны күстәнәскә биреп ебәрергә лә уңайлы, - ти Флүрә Хәйҙәр ҡыҙы.
Ҡаҡ ҡойоу бер аҙ мәшәҡәтле булһа ла, ҡышҡы һалҡын көндәрҙә хуш еҫле ҡаҡ менән тәмләп сәй эсеү - үҙе ни тора.