Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2020, 20:52

Тыуған төйәккә ерегеп

!5 октябрҙә Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө билдәләнә

Ауыл ерендә эш кем әйтмешләй, тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Ҡатын-ҡыҙҙарға бигерәк тә йәйгеһен алһыҙ-ялһыҙ йүгерергә тура килә: таң һарыһынан тороп һыйыр һауаһың, малдарҙы көтөүгә ҡыуыуға, тауыҡ-ҡаҙҙарыңды ашатыр мәл етә. Унан тағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәргә тотонаһың: һөт үткәрәһең, һауыт-һаба йыуаһың һ.б. Әлегеләй ҡул ҡаушырып ултырыу Тәслимә апай Имашеваға йәш саҡта бик һирәк эләккән.

- Тыуған ауылым Аҙнайҙа ун алты йәштән һауынсы булып киттем. Уҫылы буйында йәйге лагерҙа ун ике ҡатын-ҡыҙ яттыҡ. Алдынғы һауынсылар Ғәлиә, Тәнзилә апайҙарҙың ҡул аҫтында эшләнек, ул ваҡытта барыһы ла беләк көсө талап итә ине - ҡул менән 16 һыйыр һауҙым. Яңы ферма төҙөлгәс иһә 25 баш һыйыр бирҙеләр. Унда ла һыйыр һауыуҙан тыш, малдарҙың һөтө артһын өсөн сөгөлдөр йолҡоп ашатабыҙ, апара ташып эсерә торғайныҡ. Ә инде һуңынан һөтүткәргес булғас, минең ҡарамаҡта 100 баш һыйыр булды, етмәһә, берәйһе килмәһә, кешенекен дә һауырға тура килде, - тип хеҙмәт йылдарын иҫкә ала ул.

Яҙмышын ауылдашы Марат менән бәйләгәс, йәш ғаилә ситкә китергә талпынып ҡарай, әммә дәрт итеп төпләнгән урындарынан ҡуҙғалмайҙар. Ире ғүмере буйы ауылда механизатор булып эшләй, үҙе 35 йыл һауынсы була. Тәслимә апай бер нисә тапҡыр ауыл Советына, шулай уҡ район Советына депутат итеп тә һайлана.

- Тырышып эшләнек, намыҫ та, сәм дә бар беҙҙең халыҡта. Әллә заманы шулай булдымы: эштә лә, өйҙә лә өлгөрҙөк. Ул ваҡытта әлегеләй уңайлыҡтар юҡ ине бит: ферманан ҡайтҡас сей утын яғып өйҙө йылытаһың, көйәнтәләп һыу ташыйһың, унан аш-һыу яраштыраһың. Ҡышҡыһын да йыуған керҙәрҙе Өйәҙегә сайҡарға төшә торғайныҡ. Көндәлек эштәрҙе бөтөргәнсе сәғәт бер етә ине, ә иртәнге 5-тә тағы эшкә барырға, - тип артыҡ зарланмай ғына тормош юлын бәйән итә Тәслимә апай.

Имашевтар бар булмышын ауыл тормошона бәйләп, үҙ халҡына тоғро хеҙмәт итеп, хәҙер инде хаҡлы ялға туҡтаған. Өлкән йәштә булһалар ҙа, уларҙың донъяһы гөрләп тора: ишле мал-тыуар аҫрайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр, йыл һайын йәшелсә-емеш үҫтереп, мул уңыш алалар, Тәслимә апай тәҙрә төбөн тултырып гөл дә үҫтерергә өлгөрә.

-Яҙҙан алған бройлерҙарҙы һуйҙыҡ, хәҙер өйрәк, ҡаҙҙар ҙа етте. Электән килгән ғәҙәт буйынса, күпләп мал-тыуар аҫрайбыҙ, бер нисә йыл элек дүрт һыйыр тоттоҡ, әлегәсә ике һыйыр һауҙым. Балаларыбыҙҙың бишеһе лә ситтә үҙ тормоштары менән йәшәй, улар ҡайтыуына һөт-ҡаймағын, эремсеген әҙерләп көтөп торам. Бына шулай йәшәйбеҙ инде... – был һүҙҙәрҙе уның зарланып түгел, ә, киреһенсә, һөйөнөп, дөрөҫөрәге ҡәнәғәтлек хисе менән әйтеүен шунда уҡ тояһың. – Газ, электр бар, сәй ҡайнап ултыра, кер йыуыла, хатта бәҙрәф тә өйҙә. Тормош көтөү хәҙер элекке һымаҡ ауыр түгел бит ул. Шөкөр итеп, йәшәргә лә йәшәргә!

Ғүмер көҙҙәренең ошондай сыуаҡ, матур, йылы булыуында, әлбиттә, Тәслимә апай менән Марат ағайҙың икеһенең дә тырышлығы, сабырлығы, маҡсатҡа ынтылышлығы һәм ныҡышмаллығы ята. 50 йыл бергә ғүмер кисергән был пар бәхетле ҡартлыҡ көндәренә нисек еткәнен улар үҙҙәре генә белә.

Ләйлә Ғүмәрова,

Автогр фотоһы.

Читайте нас: