Тәүҙә ул бер нисә айҙан тамамланыр кеүек ине, шунан йәй ҡәҙимге тормошҡа ҡайтырбыҙ тип көттөк. Көҙ вакцина сығасаҡ һәм пандемия тураһында оноторбоҙ, тинек. Тик, күренеүенсә, вирус ҡотора ғына.
Әле ошо турала яңы мәғлүмәттәр билдәле булды. Вирусолог, Н. Гамалея исемендәге Эпидемиология һәм микробиология милли тикшереүҙәр үҙәгенең элекке латентлы инфекциялар микробиологияһы бүлеге мөдире Виктор Зуев “Парламентская газета” баҫмаһына интервью биреп, үҙенең күҙаллауҙары менән уртаҡлашҡан. Уның фекеренсә, илдә эпидемиологик хәлдең яҡшырыуына вакцинация һәм битлек режимын көсәйтеү булышлыҡ итәсәк.
Әле коронавирусҡа бәйле хәлдең хөртәйеүе өс сәбәпкә бәйле, ти ғалим. Беренсенән, йылы миҙгел тамамланып, төрлө ерҙәрҙә ял иткән кешеләр өйҙәренә ҡайтты. Икенсенән, яңы уҡыу йылы башланды, ил мәктәптәренә беренсе класҡа ғына миллиондан ашыу бала барҙы, шулай уҡ башҡа уҡыусылар, колледж, юғары уҡыу йорттары студенттары. Өсөнсөнән, кешеләр үҙ-үҙеңде ҡурсалау режимынан һуң эшкә сыҡты.
“Ошо факторҙарға яуапһыҙлыҡ килеп ҡушылды. Был халҡыбыҙҙың түбән санитар-эпидемиологик мәҙәниәте тураһында һөйләй”, – тине эксперт.
Вирусолог фекеренсә, илдә эпидемиологик хәл киләһе йәйгә тотороҡланасаҡ. Июлдә торош күпкә яҡшыраҡ булыр, тип фаразлай ул. Быға йылы һауа торошо, битлек режимын көсәйтеү, вакцинация, сирләп һауыҡҡандарҙың күбәйеүе булышлыҡ итәсәк.