Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Ноябрь 2020, 21:59

Германияла эшләгән йәш ғалим башҡорт теле тураһында ғилми хеҙмәт әҙерләй

Германиялағы Регенсбург университетының магистры Илшат Шәрәфетдинов инглиз телендәге төрлө акценттар тураһында докторлыҡ диссертацияһын әҙерләй. Тикшеренеү үҙәгендә—төрлө милләт вәкилдәре инглиз телендә һөйләшкәндә тыуған фонетик үҙенсәлектәр, өндәрҙең яңғырашы. Тикшеренеүҙең бер өлөшө башҡорт теленә һәм башҡорттарҙың инглиз телендәге акцентына арналған.

«Минең маҡсатым—башҡорт һәм Рәсәйҙең башҡа телдәре хаҡындағы мәғлүмәтте Европаның лингвитик даирәһенә таратыу. Германияла һәм башҡа сит илдәрҙә Рәсәйҙең ни тиклем сыбар һәм күп милләтле, күп телле ил икәнен аңламайҙар. Британия колониялары булған илдәрҙәге инглиз теленең акценттары теүәл өйрәнгән, ә башҡа милләттәргә иғтибар бүленмәгән. Тел ғилеменең был йүнәлеше әле өйрәнелмәгән, минең диссертациям Европала тәүгеләрҙең береһе. Киләсәктә, ул төплөрәк тикшеренеүҙәр өсөн нигеҙ булыуы ла ихтимал. Байтаҡ ғалимдар уға мөрәжәғәт итеп, башҡорт теле, башҡорттар тураһында мәғлүмәтле буласаҡ»,- тип билдәләне Илшат Шәрәфетдинов.

Ғилми хеҙмәт материалдары өсөн Илшат Өфөлә бер юлы башҡорт һәм инглиз телен яҡшы белгән кешеләр менән аралашты, уларға инглиз телендәге текст уҡырға тәҡдим итеп, телмәр өлгөһөн яҙҙырып алды. Илшаттың диссертацияһы лингвистика буйынса Европаның бер нисә журналында донъя күрәсәк.

Илшат Шәрәфетдинов тыумышы менән Ҡазан ҡалаһынан. Үҙе әйтеүенсә, башҡорт телен ғилми эш өсөн ул фонетик үҙесәлектәре өсөн һайлаған. Башҡорт телендә булған [ҙ], [ҫ], [ң] өндәре арҡаһында, башҡорттар инглиз теленә күсеп һөйләгәндә, үҙенсәлекле бер акцент барлыҡҡа килә.

Читайте нас: