Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ноябрь 2020, 19:00

Инвалидлыҡты билдәләүҙең ябайлаштырылған тәртибе оҙайтыла

Коронавирус инфекцияһы таралыу осоронда Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең 2020 йылдың 16 октябрҙәге 1697-се ҡарары нигеҙендә, 2020 йылдың 9 апреленән 1 октябргә тиклем ғәмәлдә булған инвалидлыҡты билдәләүҙең ябайлаштырылған тәртибе 2021 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтыла.

Инвалидлыҡты билдәләү өсөн медицина ойошмаһы гражданға медик-социаль экспертизаға үткәреүгә йүнәлтмә биргән осраҡта ла, ул ситтән тороп ҡарала. Медик-социаль экспертизаға йүнәлтмә булмаған осраҡта ла, элек билдәләнгән инвалидлыҡ төркөмө, унан алда тәҡдим ителгән реабилитация саралары, техник саралар менән тәьмин итеү һаҡлана. Ябайлаштырылған тәртип мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ла ҡағыла. Инвалидлыҡ 6 айға оҙайтыла һәм үткән тикшереү ваҡытында инвалидлыҡ билдәләнгән көндән һанала.

Инвалидлыҡты оҙайтыуға мохтаж булған граждандар тураһында белешмә медик-социаль экспертиза учреждениеларына Рәсәй Пенсия фонды тарафынан инвалидлыҡ срогы тамамланыуға 14 көндән дә кәм булмаған осорҙа тапшырыла. Бюро, үҙ сиратында, инвалидлыҡты оҙайтыу тураһындағы ҡарарҙы инвалидлыҡ ваҡыты тамамланыуға 3 эш көнөнән дә кәм булмаған осорҙа ҡабул итә.

Инвалидлыҡ билдәләнеүен раҫлаған белешмә һәм инвалидты (инвалид-бала) реабилитациялауҙың шәхси программаһы гражданға почта аша заказлы конверт менән ебәрелә һәм шәхси мәғлүмәттәр тураһындағы Рәсәй ҡануниәте үтәлеше күҙәтелә.

Читайте нас: