Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ноябрь 2020, 09:31

“Эшлекле башҡорт теле” – мобиль ҡушымтала

Интернет селтәрендә “Эшлекле башҡорт теле” мобиль ҡушымтаһы булдырылды. Был – быйыл сентябрь айында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан нәшер ителгән уҡыу әсбабының электрон варианты.

Хәҙер уны һәр кем үҙенең смартфонына күсереп алып, донъяның ҡайһы мөйөшөндә булыуына ҡарамай, башҡорт телен өйрәнә ала.

Уҡыу әсбабы алымындағы был проект эшлекле башҡорт теленең морфологик, синтаксик үҙенсәлектәрен өйрәтә, рәсми даирәлә ҡулланылған һөйләү стиленең нескәлектәре менән таныштыра. Ошонда уҡ авторҙар тарафынан “Рәсми-эш лексикаһының ҡыҫҡа русса-башҡортса һүҙлек-һөйләшмәһе” һәм өйрәнгәнде ғәмәлдә нығытыу өсөн күнекмәләр бирелә. Йыйынтыҡтың икенсе өлөшө “Эшлекле ҡағыҙҙар өлгөһө” баҫмаһының яңыртылған варианты булып тора.

“Был йыйынтыҡ башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр өсөн дә, документтар менән эшләгән чиновниктар өсөн дә файҙалы булыр, тип уйлайбыҙ. Ғөмүмән, ул башҡортса документтар менән эш иткән барлыҡ кешеләр өсөн тәғәйенләнгән. Мәҫәлән, балалар баҡсаһына, мәктәпкә ғаризаларҙы башҡорт телендә яҙырға мөмкин, бында уларҙың өлгөләре бар”, - тип билдәләне Фондтың “Фән” йүнәлеше буйынса белгесе Рита Аҡбулатова.

Белеүебеҙсә, был проект Башҡортостан Башлығының Граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә грантының “Берҙәм республика” йүнәлеше буйынса ғәмәлгә ашырылды.

Фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды.

Читайте нас: