Ҡаныҡай ауылының йәмле Дим буйында урынлашыуы, эргәһендә генә мул һыулы күлдәрҙең булыуы ҡаҙ-өйрәк үҫтереү өсөн ифрат уңайлы. Һәр хужалыҡта тиерлек егерме-утыҙ баш ҡаҙ-өйрәк аҫрайҙар. Шуғалыр ҙа йәйгеһен йылға, күл буйҙарында һибелеп йөрәгән ҡаҙ-өйрәктәр ауылға айырым бер йәм бирә. Төрлө төҫтәге буяуҙар һөртөлгән ҡаҙҙар әллә ҡайҙан күҙгә ташланып тора, уларҙы кешенеке менән бутау мөмкин түгел.
Әлеге мәлдә ауыл халҡы йәй һуҙымында түккән хеҙмәт емештәрен барлай. Үҙәк урамда йәшәүсе Ильвира һәм Флүр Буранғоловтар ҙа, һәр йылдағыса, ошо көндәрҙә туған-тыумасаһы, күрше-күләне менән ҡаҙ өмәһе үткәргән.
- Йыл һайын күпләп ҡош-ҡорт үҫтерәбеҙ. Улым Артур инкубатор алып себештәр сығарғайны, үҙебеҙ иң тәүҙә 60 бройлер үҫтерҙек, уларын һуйғас, икенсе партия үҫтерҙек. Себештәрҙең артҡанын иғлан буйынса ла халыҡҡа ла һатҡыланыҡ, - тип бәйән итә хужабикә. - Ҡаҙ бәпкәләренә килгәндә, "линда"ны алырға тырышабыҙ. Бындай тоҡомло ҡаҙҙар беҙҙең яҡ шарттарына яраҡлашҡан. Үҙем ғәҙәттә ҡышҡылыҡҡа аҫрарға тип ата менән инә ҡаҙ ҡалдырам, бәпкәләр үҫтергәндә беҙгә мәшәҡәте аҙыраҡ, ата ҡаҙ – уларҙы һаҡлаусы ла, яҡлаусы ла. Быйыл 68 ҡаҙ бәпкәһе алғайныҡ, барыһы ла имен генә үҫтеләр. Көҙ еткәс, эшеңдең һөҙөмтәһен күреү – үҙе бер ҡыуаныс.
Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, үҙ-ара аралашыу, йәш быуынды эшкә өйрәтеү, үҙеңде күрһәтеү сараһы ла. Ете тиҫтәгә яҡын ҡаҙҙы бер көнгә генә эш итеү, әлбиттә, мөмкин түгел, шуға күрә Ильвира Буранғоловаға ике тапҡыр өмә үткәрергә тура килгән.
- Йәйгеһен бәпкәләрҙе күбеһенсә Гүзәл ҡыҙым менән Алмаз улым көттө. Беҙҙең ҡаҙҙар ысын һыу ҡошо булды тиергә була, күлгә йөрөнөләр, ә һуйыр алдынан ныҡлап ашатҡас, түшкәләре матур булды, һәр ҡайһыһы 4-4,5 килограмм тартты. Туған-тыумаса, күрше-тирә менән бик күңелле итеп гөрләшә-гөрләшә башҡарҙыҡ был эште, ҡаҙ түшкәләрен таҙартырға ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ир-егеттәр ҙә ярҙам итте, – ти күмәк эштән ҡәнәғәт булған хужабикә.
Эйе, ҡаҙ үҫтереү – еңелдән булмаһа ла, шаҡтай табышлы һәм абруйлы кәсеп. Хужалар әйтмешләй, күстәнәс итеп балаларға, туғандарға бирергә лә була, бер аҙын һатып аҡса эшләргә лә мөмкин.
Ләйлә Ғүмәрова,
Фото ғаилә архивынан.