Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Ноябрь 2020, 17:34

"Ҡыҙыл Паша" биографияһын тәүгеләрҙән булып Лотфый Ғәҙелов яҙҙы

Ул дипломаттың беренcе биографы, әлеге теманы башлап ебәреүсе булды.

Быйыл ноябрь айында беҙ данлыҡлы яҡташыбыҙ, танылған дипломат, сәйәсәтсе Кәрим Ғәбдрәүф улы Хәкимовтың 130-йыллығын билдәләп үтәбеҙ. Был кешенең исемен телгә алырға ярамай торған ваҡыттар ҙа бар ине, сөнки 1938 йылда ул Сталин репрессиялары ҡорбаны була. Хәҙер республика башҡорт еренең бөгөн барлыҡ көнсығыш дoнъяһы белә торған шундай ул үҫтереүе менән ғорурлана.

Миңә, дипломаттың туғаны булараҡ, быйыл Кәрим Хәкимовтың юбилейына бағышланған Бөтә рәсәй ситтән тороп үткәрелгән фәнни-тикшеренеү ижади конкурсының билдәле шeхестәрҙән торған жюри составына инеү насип булды. Унда балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә педагогтар ҙа ҡатнаша. Бишбүләк районының элекке башлығы Наил Ғабдулла улы Ғатауллинға, Бишбүләк музей берләшмәһе директоры, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Роза Ғамзат ҡыҙы Ивановаға, Дүсәндә Кәрим Хәкимов музейы мөдире Ризида Әхмәр ҡыҙы Ғәлимоваға ысын күңелдән рәхмәт белдергем килә. Ун йыл, йәғни алдағы юбилей ваҡиғаларын алһаҡ, танылған дипломат иҫтәлеген мeңгеләштереү өсөн күп эш башҡарылды. Былар барыһы ла йәш быуын яҡташтарының иҫтәлектәрен һаҡлаһын, уның ҡыҫҡа, әммә бик яҡты тормош юлын тәрәнерәк итеп өйрәнһен өсөн эшләнә. Дүсән ауылында музей мөдире Ризида Әхмәр ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығының ике грантын отто. Ул — «Балалар, ата-әсәләр hәм педагогтар араһында танылған дипломат, сәйәсәтсе Кәрим Хәкимовҡа арналған Бөтә рәсәй ситтән тороп фәнни-тикшеренеү ижади конкурсын үткәреү өсөн онлайн-майҙансыҡ булдырыу» проекты авторы. Йыш ҡына минән: «Кәрим Хәкимовтың хәтер музейы ниңә шулай алыҫта асылған?», — тип һорайҙар. Өфөнән Дүсәнгә тиклем автомобилдә өс сәғәттән ашыу барырға. Шуның өсөн, сөнки ундай музейҙар кешене данлаған ватанында асыла. Ләкин Бишбүләк районының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән хәҙер теләгән hәр кем музейға виртуаль барып, бинаны ла, экспонаттарҙы ла, йәйгеһен сәскә ата торған ҙур газондарҙы ла ҡарай аласаҡ. БР Милли музейының фәнни хеҙмәткәре Гөлфиҙә Нафиҡ ҡыҙы Туҡтарова минең менән һөйләшкәндә, Бишбүләк районында Лотфый Ғәҙеловҡа ҡәҙәр Кәрим Хәкимов темаһы менән бер кем дә шөғөлләнмәүен әйтте. Музей экспозицияларын булдырыу эшендә уны өлөшө ҙур. 1958 йылда Лотфый Ғәҙелов тәҡдим иткән архив материалдары буйынса Башҡорт АССР-н дәүләт тыуған яҡты өйрәнеү музейы тарафынан төҙөлгән К. Хәкимовтың биографияһы менән күн тышлы фотоальбом сыға. Был машинкала баҫылған текстар, фотолар менән биҙәлгән альбом. Лотфый Ғәҙеловтың иң беренсе мәҡәләһе 1957 йылда гәзиттә баҫыла. Һүҙ уңайынан, экспонаттар араһында Лотфый Закир улы яҙған Кәрим Хәкимов тураһындағы китаптар бар. Ул дипломаттың беренсе биографы, бөгөнгө көндә Рәсәй hәм сит ил сәйәсәтселәрен, ғалимдарын ҡыҙыҡһындара торған әлеге теманы башлап ебәреүсе ине. Ә барыһы ла нимәнән башланды? Шулай килеп сыҡты, мин олатай һәм өләсәй ҡулында тәрбиәләндем hәм бала саҡтан «Хәкимов» темаһына сумдым. Минең олатайым Лотфый Закир улы буласаҡ дипломат белем алған Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡыған. Унан һуң батша армияһында хеҙмәт итә, Австрия фронтында һуғыша. Совет власы йылдарында уҡытыусы, мәктәп директоры, волость китапханаһы мөдире булып эшләй. Эшенән айырылмайынса, педагогия институтының социаль-иҡтисади факультетын тамамлай. 1937 йылдың мартынан тәржемәсе-мөхәррир, ә артабан Башҡорт китап нәшриәтенең марксизм-ленинизм классиктарының хеҙмәттәре баҫтырып сығарыу буйынса бүлек мөдире була. 1942 йылдан 1950 йылға ҡәҙәр — башҡорт радиокомитеты рәйесе, унда уны әле лә хәтерләйҙәр, hәм уның портреты галереяла үҙ ғүмерен ошо мөhим эшкә бағышлаусылар араһында эленеп тора. Лотфый Закир улы Кәрим Хәкимовтың һеңлеһенә өйләнә. Өләсәйемдең исеме Мәғниә ине. Әлбиттә, улар Кәрим Хәкимов менән туғандарса аралашты. Дипломатты ҡулға алыуға, ә унан һуң «халыҡ дошманы» булараҡ, уның үлеменә ҡарамаҫтан, ғаиләлә уның иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡланылар. Минең олатайым Лотфый Закир улы, йәшерен рәүештә дипломатты шәхсән белгән кешеләр менән осрашып һөйләшә ине. Барлыҡ документтар, фотографиялар Өфөләге Аксаков урамы, 33 адресы буйынса урынлашҡан йорт янында ер аҫтында йәшерелгәйне. Ә мөмкинлек тыуғас (Кәрим Хәкимовты 1956 йылда реабилитациялайҙар), Лотфый Ғәҙелов инде уның тормошо hәм эшсәнлеге тураһында материалдарҙы асыҡтан-асыҡ йыя башлай. 1957 йылдан башлап ул Ырымбур, Бохара, Ташкент, Ҡазан, Мәскәү hәм башҡа ҡалаларҙың архивтарында эшләй. 1960 йылда йыйылған материалдарға таянып, Л.З. Ғәҙелов hәм Ф.З. Ғүмәров менән берлектә рус телендә «Кәрим Хәкимов» тигән китап сығара. Икенсе «Кәрим Хәкимов (тарихи-биографик очерк)» китабы 1966 йылда башҡорт телендә дoнъя күрә. Һуңыраҡ тағын ике китап барлыҡҡа килде. Дипломат иҫтәлегенә бағышланған тантаналы сараларҙың береһендә, трибунаға колхоз рәйесе Әмир Сәлих улы Вәлиуллин сыҡты. Дүсән ауылында Кәрим Хәкимов музейын ойоштороуҙың gаны, идеологы hәм рухландырыусыһы Лотфый Ғәҙелов булды, тине ул. 2005 йылда «Ғилем» нәшриәтендә сыҡҡан «Дүсән» китабында яҙылғанса, Лотфый Ғәҙелов дүсәндәр өсөн танылған яҡташы исемен мәңгеләштереү, яңы һулыш өрөү маҡсаты менән ҡәҙерле. Дипломаттың ауылдаштары Лотфый Ғәҙеловты гражданлыҡ батырлығы ҡылған, тип һанай, сөнки ул ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, репрессия йылдарында «шпион, халыҡ дошманы Хәкимов» тураһындағы материалдарҙы йыйып hәм һаҡлап ҡалған. Лотфый Закир улы әлеге изге эшкә ғүмеренең күп өлөшөн бағышланы. Башта ул Дүсән китапханаһында дипломат иҫтәлегенең ҙур булмаған мөйөшө тураһындағы мәсьәлә менән бер генә тапҡыр мөрәжәғәт итте, унда уның инициативаһы хупланды. Йыйылған материалдарҙ күпселеге музейға ҡуйылған.

Лотфый Ғәҙелов хөкүмәткә музей булдырыу өлөшөн Дүсәндә 1969 йылда БАССР Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән «Марс» колхозы аҡсаһына асылған музейға тапшырҙы. Лотфый Ғәҙелов тарафынан бирелгән беренсел документтар, таныҡлыҡ hәм фотодокументтар музей экспозицияһын тулыландырыуҙың нигеҙе булып торҙо. Республиканың Тыуған яҡты өйрәнeү музейы етeксеһе hәм хеҙмәткәрҙeре (хәҙер БР Милли музейы) лә ҙур өлөш индерҙе. Ул ваҡытта директор булып Рим Ғибат улы Ниязғолов эшләй ине. Бала саҡта мин музейҙың тантаналы асылыуында ҡатнаштым. Кәрим Хәкимовтың 100 йыллығына музей өсөн яңы бина төҙөлдө. Һуңғы 50 йыл дауамында ул үҙгәртеп ҡоролдо, яңы экспозициялар менән тулылынды. Шулай уҡ Лотфый Ғәҙелов күренекле татар шағиры Фәтих Кәрим тыуған Айыт ауылында уның музейын булдырыуҙа ла актив ҡатнашты. Бынан тыш, элекке «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә музей ойоштороуҙа ҡатнаша. Был мәғлүмәттәр Лотфый Ғәҙеловтың иҫтәлектәренән.

1976 йылда Лотфый Закир улы БР-ҙың үҙәк тарих архивына Кәрим Хәкимовтың тормошо hәм эшсәнлеге тураһында башҡа ҡалалар архивтарында үҙ ҡулы менән күсерелеп яҙылған мәғлүмәттәр тапшыра. Н. Асанбаев оҙон кистәр буйына олатайымдың фатирында «Ҡыҙыл Паша» пьесаһы oҫтөндә эшләгәндә, документтар өйрәнде. Шамил Римзил улы менән Римзил Салих улы Вәлиевтарға уртаҡ эшкә индергән өлөштәре өсөн айырым рәхмәт әйтке килә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевҡа Хәкимов темаһына ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн ҙур рәхмәтемде еткерәм. Дипломаттың юбилейын байрам иткән көндәрҙә Дүсән музейында әле күптән түгел генә дoнъя күргән тағын бер «Кәрим Хәкимов: тормош йылъяҙмаһы (Рәсәйҙә ислам hәм коммунизм яҙмыштары тураһында)» тип аталған китап барлыҡҡа килер, тип уйлайым. Уның авторы — РФ Тышҡы эштeр министрлығының махсус бурыстары буйынса илсеһе Олег Озеров "Ҡыҙыл Паша" тураһында бөртөкләп материал йыйған. Һәм, әлбиттә, үҙ эшендә ул дипломатты реабилитациялағандан һуң баҫылып сыҡҡан тәүге сығанаҡтарға - олатайымдың китаптарына таяна.

Зәримә Ғиндуллина, дипломаттың туғаны, Лотфый Ғәҙеловтың ейәнсәре.

Фото ғаилә архивынан.

Читайте нас: