Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ноябрь 2020, 11:37

Гәүһәр туйҙарын билдәләйҙәр

Ғүмер көҙөңдә лә пар ҡанатың менән булыу, балалар, ейәндәр-ейәнсәрҙәр һөйөү ҡыуынысын бергәләп татыу – оло бәхет. Дим ауыл биләмәһенә ҡараған Аҙнай ауылында йәшәүсе Мырҙахановтар ғаиләһе 60 йыл бергә иңгә-иң ҡуйып матур ғүмер кисерә.

Никахта йәшәүсе юбилярҙар – һуғыш осоро балалары, шул йылдарҙың барлыҡ михнәтен, ғазабын, ауырлығын һәм юғалтыуҙарын үҙ иңдәрендә татыған кешеләр. Икеһенең дә атайҙары фронтта һәләк була. Люциә апай менән Тимербулат ағай балалыҡтан бик иртә сыға, башҡа бик күптәр кеүек, быуындары нығыныр-нығынмаҫ тормош арбаһына егелә. Сүп утауға ла йөрөйҙәр, мал да ҡарайҙар, шәхси хужалыҡ алып барғанда ла төрлө ҡаршылыҡтар аша үтергә тура килә.

- Ул саҡта миңә күп тигәндә, ун ике йәш булғандыр, бер мәл, ҡустым менән йорт нигеҙе өсөн тауҙан таш йыйҙыҡ, әммә бригадир килеп сығып, беҙ,. ике етемде, зар илатып, барыһын да алып ҡалды. Ул саҡтағы рәнйештәр һаман күңелдән юйылмай, - тип аяныслы йылдарҙы иҫкә ала Тимербулат ағай.

Әммә ныҡышмалылыҡ һәм тырышлыҡ барыбер үҙекен итә: бер аҙҙан ул маҡсатына ирешә. Тимербулат ағай, ысын ир-егеттәргә хас булғанса, йортло булғас ҡына, күҙ һалып йөрөгән ҡыҙы Люциәгә тәҡдим яһай. Был 1960 йылдың 28 ноябре була.

- Заманына күрә эштең ауыры эләкте беҙҙең быуынға. Мин тәүҙә һауынсы булдым, барлыҡ эш ҡул көсө менән эшләнде. Бигерәк тә ҡышҡыһын ауырға тура килә ине, шуға күрә, бабай мине йәлләп, һатыусылыҡҡа уҡырға ебәрҙе, - тип хәтирәләрен яңырта хужабикә.

1975 йылдың яҙында ауылдағы райпо магазинына урынлашып, сәмләнеп эшкә тотона Люциә Шәмсетдин ҡыҙы. Ял көндәрендә лә, байрамдарҙа ла һатыу эшенә бәйле саҡтары аҙ булмай.

- Үҙем дә тилбер булғанмын инде, - тип хеҙмәт йылдарын иҫкә ала ул. - Бер мәл, ауылдаштарға бер вагон штакетник алып ҡайтып һаттым. Ә бит уның һәр береһен һанап алырға, шулай уҡ берәмләп һатырға кәрәк ине. Ана шулай ауылдаштарымдың күбеһен ҡоймалы һәм ихаталы иттем.

Ҡатыны ныҡлап һатыу эшенә тотонғас, сират Тимербулат ағайға етә. Ул Бәләбәйгә тракторсылар курсына уҡырға китә. Был осорҙа абруйлы һаналған һөнәрҙе үҙләштереп, киң профилле белгес тыуған яҡ баҫыуҙарында төрлө техникала эшләй. Алдынғы механизатор булараҡ, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булһа, йәмәғәте Люциә апай 26 йыл сауҙа өлкәһендәге өлгөлө хеҙмәте өсөн “Коммунистик хеҙмәт ударнигы”, “Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ була.

Ысындан да. шул ғүмер эсендә ни генә кисермәгән был ике йән. 60 йыл буйына шатлыҡтары ла, ҡайғылары ла уртаҡ булған. Йылдар үтеп, маңлайҙарға һырҙар өҫтәһә лә, Мырҙахановтар әле лә әүәлгесә тормоштан йәм табып йәшәй. Эре мал тотмаһалар ҙа, йәйгеһен ҡош-ҡорт алып үҫтерәләр, бал ҡорттары тоталар. Һикһәненсе тиҫтәгә яҡынлашҡан Люциә апай ауылда уҙған мәҙәни сараларҙың уртаһында тиергә була. “Хазина” халыҡ фолькор ансамбле ойошторолған йылдарҙан алып йөрөгән ағинәй йырға маһир, бейергә тиһәң – йәшлектәге кеүек өҙҙөрә баҫа. Уның берсә талғын ғына өйөрөлөп, берсә сәхнәлә тыпырлата баҫыуын ҡараһаң – һис кенә лә үҙ йәшен бирмәҫһең.

- Электән үк бейенем, уҡыған йылдарҙа “Перовский”ға оҫта баҫаһың, тиҙәр ине. Элгәре бит әҙер музыка юҡ ине, киске уйындарҙа түңәрәккә төшөп, таҡмаҡ әйтеп, бер-беребеҙҙе саҡырып бейей торғайныҡ, - ти ул, йәшлек йылдарын иҫкә алыуҙан йөҙө яҡтырып.

Ошо көндәрҙә гәүһәр туйҙарын билдәләгән ғаилә парының улдары Фәнүр, ҡыҙҙары Рәзилә, Лилиә, Гөлназ күптән инде тормошта үҙ урындарын табып, үҙҙәре балалар үҫтерә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ата-әсә йорто – улар өсөн изге, яҡты һәм иң йылы урын. Йыш ҡына ғәзиз кешеләре янына йыйылалар.

Ләйлә Ғүмәрова,

Автор фотоһы.

Читайте нас: