Дим буйҙары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Июль 2021, 15:10

Өфөлә иң ҙур вакцинация үҙәге асыла!

86 юлламаның береһен отоп, шифаханала ял итеп ҡайта алаһығыҙ!

Иртәгә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Рәсәйҙәге иң зре вакцинация үҙәктәренең береһе асыла. Бер юлы 10 прививкалау бригадаһы ике сменала иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк. Үҙәк көнөнә 1400-1450 кешене ҡабул итә аласаҡ. Ихтыяж булғанда, бригадалар һаны арттырылыуы ла ихтимал.

Вакцинация үҙәге алдындағы майҙанда 14 июлдән 28 авгусҡа тиклем Башҡортостан шифаханаларына ике аҙналыҡ 86 юллама отоу буйынса уйын ойошторола. Унда ҡатнашыу өсөн яңы вакцинация үҙәгендә прививка яһатырға кәрәк. Ҡатнашыусыларға үҙенсәлекле код менән флаер бирелә, уны “Здоровая Уфа” сайтында теркәргә кәрәк буласаҡ.

Приздар отошо “Вся Уфа” телеканалында тура эфирҙа өс этапта үтәсәк: тәүгеһе - 31 июлдә, икенсеһе – 14 августа, өсөнсөһө – 28 августа. Акцияны Өфө ҡалаһы үҫешенең йәмәғәт фонды ойоштора. Һорауҙарығыҙ булһа, “Здоровая Уфа” сайтында һәм ҡыҙыу линия телефоны аша шылтыратып белешә алаһығыҙ: 8-800-550-02-40.

Отошта ҡатнашасаҡ вакцинацияланған кешеләр тураһында бөтә мәғлүмәт конкурс комиссияһы тарафынан тикшереләсәк. Коронавирустан вакцинацияланғандар араһында бындай дәртләндереү конкурсы яңыраҡ Өфөлә уҙғарылды. Кемдер ҡиммәтле приздар, смартфондар алып ҡыуанды, иң ҙур бүләк – яңы йорттан яңы фатир ҙа үҙ хужаһын тапты.

Барығыҙҙы ла яңы вакцинация үҙәгенә саҡырабыҙ.

"Башинформ"

Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас в