Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Ноябрь , 20:27

Оҫта ҡулдар тыуҙырған матурлыҡ

Ҡул эштәре күп ваҡыт алыуға ҡарамаҫтан, Гүзәл Рәфил ҡыҙы өсөн  иң мөһиме - эшеңдең һөҙөмтәһен күреү.

Оҫта ҡулдар тыуҙырған матурлыҡ

Ҡул эштәре менән шөғөлләнмәгән ҡатын-ҡыҙ һирәктер. Бигерәк тә, баҡсалар бушап ҡалғас, көҙгө оҙон кистәрҙә күңел һалған эшкә тотонорға форсат тейә. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, Ҡушйылға ауылында йәшәүсе Гүзәл Ғәзизова ла ҡул эштәренә маһир.

- Мин сығышым менән Учалы районынан, 2008 йылда Бишбүләк еренә килеп төпләндем. Элеге мәлдә Ҡушйылға урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән (дәүләт теле булараҡ) уҡытам, шулай уҡ директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары ла. Уҡыусыларым менән башҡорт теле буйынса районда үткән төрлө конкурстарҙа ҡатнашабыҙ, хатта республика кимәлендә лә сығыш яһағаныбыҙ булды. Эшем ни тиклем генә тығыҙ булмаһын, яратҡан шөғөлгә ваҡыт табырға тырышам, - ти, 30 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған педагог.

Ғаиләлә бишенсе ҡыҙ булып тыуған Гүзәл апайҙарына эйәреп, бәләкәйҙән тегергә, бәйләргә өйрәнгән. Уның ҡул эштәре араһында бәйләгән шарф-шапкалар, тапочкалар, үрелгән сумкалар, сигелгән әйберҙәрҙе күрергә була. Һәр ҡул эшендә оҫтаның күҙ нуры, ҡул йылыһы, күңел матурлығы һаҡлана.

- Миңә бәйләү ҙә, сигеү ҙә берҙәй оҡшай. Фасонды билдәләйем дә, энә йәки ырғаҡ алып, биҙәктәрен күҙаллай-күҙаллай эшкә тотонам. Балаларыма, туғандарға һәм таныштарға биҙәкләп баш кейемдәре, йылы кофталар, бейәләй-ойоҡбаштар бәйләп бирәм. Ырғаҡ менән кескәй ҡыҙҙарға селтәр күлдәктәр ҙә бәйләнем, атлас ленталар менән картиналар сигеүҙе лә үҙ итәм, ҡыҫҡаһы, ҡул эштәренең һәр төрөн "тәмләп" ҡарарға тырышам, - ти ул, үҙенең зауыҡ менән эшләнгән әйберҙәре тураһында.

Хәҙер Интернетта ҡул эштәренең ниндәй генә өлгөләре, төрҙәре юҡ. Теләге булған кешегә ҡул эштәренә өйрәнеү ауыр түгелдер, әммә бында ла иғтибарлылыҡ, түҙемлек талап ителә. Айырыуса сәйлән менән эшләү, йәғни биҙәккә-биҙәк ялғап, ҡулдан башҡарылған нәзәкәтле хеҙмәт - һәр бер биҙәүес оҙаҡ ваҡытты ала. Бәйләргә, сигергә яратҡан кеше буларак, был эш тә Гүзәл Рәфил ҡыҙының күңеленә хуш килә.

- Милли орнаменттар менән сәйләндән түшелдерек, мунсаҡ, колье, беләҙек, муйынсалар эшләйем, сәсәүрмес һәм алҡалар ҙа яһайым. Кәрәкле материалды төрлө интернет-магазиндарҙан яҙҙырып алам, 1 һәм 5 тинлек аҡсаларҙы ла ҡулланам, әммә хәҙер уларҙы табыуы ауыр. Яһай торған әйберҙәрҙең схемаһын тәүҙә Интернеттан ҡарай инем, хәҙер үҙем эшләп алам. Ҡул эштәремде Истаграмда сағылдырып барам, унан күреп заказ биреүселәр ҙә бар, - ти яратҡан шөғөлөнән күңел тыныслығы тапҡан гүзәл зат. - Боронғоса эшләнгән селтәрҙәрҙе, һаҡалды йәки түшелдеректе һәр ваҡытта ла тағып булмай. Ә бындай этнобиҙәүестәрҙе теләһә ниндәй кейем, хатта эшлекле костюм менән дә ҡулланырға мөмкин.

Милли рухлы Гүзәл Рәфил ҡыҙы яғымлы әсәй һәм хәстәрлекле өләсәй ҙә. Өлкән улы Илһам кәләше Альбина менән урындағы мәктәптә эшләй, Иҙел - армияла, ә кеселәре Эмиль әлегә 1-се класта уҡый. Үҙенең шуҡлыҡтары менән барыһының да иғтибарын йәлеп иткән ейәне Робертҡа 4 йәш. 

Ләйлә Ғүмәрова.

Оҫта ҡулдар тыуҙырған матурлыҡ
Автор:Гумерова Л