Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ноябрь , 15:51

Ауыл халҡының һаулығын хәстәрләй

Ауыл фельдшеры - урындағы халыҡтың күҙ терәп торған кешеһе, сөнки ФАП элек-электән ауыл кешеһе өсөн төп дауалау учреждениеһы булып торған. Аҙнай ауылының яңы модулле фельдшер-акушерлык пункты мөдире Эльвира Шөғәйепова 30 йылдан ашыу ғүмерен ошо изге лә, мәрхәмәтле лә һөнәргә арнаған. 

Ауыл халҡының һаулығын хәстәрләй

Аҙнай ауылында бер йыл элек яңы модулле фельдшер-акушерлык пункты асылғайны. Әллә ҡайҙан күренеп торған күркәм бминаның үҙәктә урынлашыуы халыҡ өсөн дә бик уңайлы, бынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй, магазинға килгән арала ла кемдер укол ҡаҙатырға, йәки дарыуҙар алырға тип кереп сыға.

Ауылда дөйөм халыҡ  270 кеше иҫәпләнә, уларҙың күбеһе оло йәштәгеләр, шуға күрә лә ауыл өсөн ФАП, халыкны хеҙмәтләндереү өсөн фельдшер булуы айырыуса мөһим.

- Элекке бина 1960 йылдарҙа төҙөлгән, ул авария хәлендә ине: иҙәндәр һыуыҡ, тәҙрә рамдары ла серегәйне. Иң мәшәҡәтлеһе,  һыуҙы урамдан ташырға тура килде. Хәҙер күреүегеҙсә, яңа ФАП-та барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Йылы һәм яҡты, һыу үткәрелгән, бина электр менән йылытыла, хатта бәҙрәф тә эстә. Ауылда заманса модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөүе минең өсөн генә түгел, барлыҡ ауыл халҡы өсөн дә  ҡыуаныслы ваҡиға  булды, - ти  үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлаша Эльвира Кәрим ҡыҙы.

Яңы ФАП тулыһынса санитар талаптарға яуап бирә, тейешенсә йыһазландырылған. Сисенеү, ҡабул итеү, процедуралар яһау өсөн айырым бүлмәләр ҡаралған. Бынан тыш, дарыуҙар, медицина ҡалдыҡтарын һаҡлау, стерилләү бүлмәләре бар. Кескәйҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген тикшереү өсөн махсус  мөйөштәр бар. Киләсәктә ноутбук ярҙамында интернет селтәренә тоташып, төбәк мәғлүмәт-аналитик медицина системаһына тоташыу мөмкинлеге дә бар.

Бөгөнгө көндә һаулыҡтың ни тиклем мөһим булуы һәр кемгә мәғлүм. Ауыл халҡының сәләмәтлеген тикшереү өсөн район үҙәк поликлиникаһынан терапевт, педиатр һәм башҡа белгестәр әленән-әле килеп тора. Әйтергә кәрәк, оло йәштәгеләр диспансеризация үтеүҙең ни ҡәҙәр мөһим икәнлеген аңлап ҡабул итә.   

 - Ауылдағы төрлө йәштәгеләрҙе хеҙмәтләндерәм. Беҙҙә 17 йәшкә ҡәҙәр балалар һаны - 34, пенсионерҙарҙан 90 кеше һәм 20 инвалид минең ҡарамаҡта. Уларҙың һаулыҡ торошон даими күҙәтеп торам, бынан тыш участка терапевты Гүзәл Таһир ҡыҙы Зарипова физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе өйҙәренә барып, кәрәкле тикшереүҙәр үткәрә, – ти һөйләй шәфҡәт туташы.

Өфө медицина училищеһын тамамлап, тыуған ауылына эшкә ҡайтҡан Эльвира Шөғәйепова һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 30 йыл эшләй. Әленән-әле квалификация күтәреү буйынса махсус курстарҙа уҡып, белемен камиллаштырырыу өҫтөндә эшләй ул. Юғары категориялы белгес китапханала, мәктәп менән берлектә сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу буйынса лекциялар уҡый, әңгәмәләр ҙә ойоштора.

Мәғлүм булыуынса, ауыл фельдшерына йыл әйләнәһенә ял юҡ тиерлек. Эш көндәренән тыш, байрам, ял көндәрендә лә, һауа торошоноң ниндәй булыуына ла ҡарамаҫтан, фельдшер саҡырыу буйынса өйҙәргә йөрөй, профилактик тикшереүҙәр үткәрә, сирләгәндәрҙе ҡабул итә, уколдар ҡаҙай һ.б.

Эйе, һаулыҡ – ҙур байлыҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Бигерәк тә бөгөнгө көндә бының тап шулай икәнлеге бәхәс тыуҙырмайҙыр.

- Коронавирус арҡаһында ҡәҙимге йәшәү рәүеше боҙолдо. Бөгөн ауыл халҡының  60 проценты  COVID-19 коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация үтте. Урындағы халыҡ битлек режимын һаҡларға тырыша. Был йәһәттән бигерәк тә ололар тыңлаусан, улар үҙҡурсаланыу режимы талаптарын үтәй. Һуңғы ваҡытта өлкәндәр араһында вакцина яһатырға теләүселәр арта бара, - ти, прививка эшләр алдынан да, аҙаҡтан да һәр ауылдашы өсөн ҙур яуаплылыҡ кисереүсе ФАП мөдире.

Әле өйгә ҡайтҡас та уның эше тамамланмай, кәңәш һорап әле күрше-күлән, туған-тыумаса килеп етә йәки төнгө йоҡоһон бүлеп телефон шылтырай. Ярай әле яҡындары уның хәленә керә белә, һәр саҡ ярҙам итергә әҙерҙәр. Эльвира тормош иптәше Айҙар менән бер малай һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән.  Улдары Азамат нефть дәүләт-техник университетын тамамлап, кәләше Илүзә менән Приют ҡасабаһында йәшәй. Ҡыҙҙары Алһыу әсәһе юлынан китеп, медицина өлкәһен һайлаған, бөгөн ул Өфөләге шәхси клиникала стоматолог булып эшләй.

- Һаулығыбыҙға иғбарлыраҡ булһаҡ икән, Һәр кем яҡындарының һаулығын хәстәрләп, табип ҡушҡандарҙы үтәп, прививка яһатыуҙан ҡурҡмаһын ине. Үҙегеҙ ҙә һаҡланығыҙ, яҡындарығыҙҙы ла һаҡлағыҙ! - тип һәр кемгә изге теләктәрен еткерә Эльвира Кәрим ҡыҙы.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

автор фотоһы. 

 

Ауыл халҡының һаулығын хәстәрләй
Автор:Гумерова Л