Дим буйҙары
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Ноябрь 2021, 09:44

Ялған "банк хеҙмәткәрҙәре" шылтырата

Тәүлек эсендә 23 кеше муттарҙы ныҡ байытҡан. Уларҙың, дөйөм алғанда, ете миллион һумдан ашыу аҡсаһы теләһә ниндәй әтрәгәләмдәрҙең кеҫәһенә инеп ятҡан.

Ялған "банк хеҙмәткәрҙәре" шылтырата
Ялған "банк хеҙмәткәрҙәре" шылтырата

Ни әйтергә лә белеп булмай: бер яҡтан, аҡсаларынан яҙған, кредитҡа батҡан кешеләр йәл, икенсе яҡтан, уларға асыу килә - нимәләре менән уйлап, билдәһеҙ кешеләргә ышанып, аҡса күсерәләр һуң?! 

Салауат ҡалаһында йәшәгән 60 йәшлек ир, инвестициянан табыш алырға өмөтләнеп, үҙ иҫәбендә ятҡан 1 млн 300 меңде муттарға күсереү етмәгән, 1 млн 900 мең һум кредит алып, төрлө билдәһеҙ иҫәптәргә һалған.

Өфөлә йәшәгән 21 йәшлек ҡыҙға ла «Инстаграм»дағы яңы "дуҫы", йәнәһе лә, брокер компанияһы хеҙмәткәре, инвестицияларҙан табыш алырға тәҡдим иткән. Ҡыҙ 450 мең һум кредит алып, муттың иҫәбенә күсергән.

Йәрмәкәй районынан 55 йәшлек ҡатын ялған "банк хеҙмәткәренең" һүҙен тыңлап, 500 мең һум аҡсаһын уға һелтәгән...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

ye102.ru

Ялған "банк хеҙмәткәрҙәре" шылтырата
Ялған "банк хеҙмәткәрҙәре" шылтырата
Автор:
Читайте нас: