Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ноябрь , 15:53

Өҙөлгән тиҫбе (хикәйә)

Әбейенең тартып ултырған тиҫбеһе өҙөлөп, төймәләре тырым-тырағай һирпелеп таралғас та, бының тиктәҫкә түгеллеген аңланы Ғәзим. Күңелен үҙәк өҙгөс ауыр тойғо биләне.

Өҙөлгән тиҫбе (хикәйә)

Мәрхүмә апаһының хаж бүләге ине ул. «Энем, тик ултырып арып китәһеңдер, тиҫбе тартып, теләк теләп ултыр. Һинең кеүек саф күңелле кеше ни теләһә лә ҡабул була ул», – тип ҡулына тотторғайны. Изге урындан ҡайтҡанғамы, Нәфисәһе был тәсбихкә айырым мәғәнә һалды шикелле, бүләкте үҙенә алды ла, ҡартының ҡулына икенсене һалды. Фалиждан һуң бармаҡтары ғына түгел, хәрәкәттәре лә ҡатып ҡалған Ғәзимгә ни ҡайһыныһы булһа ла барыбер, әлбиттә. Шулай ҙа әбейе ҡулындағыһына һәр ваҡыт апаһының төҫө итеп, яратып, ҡәҙерләп ҡараны. Хәйер, тиҫбе тәүҙә оҙаҡ йылдар стенала сөйҙә эленеп торҙо. Әбейе уны һуңғы осорҙа ғына ҡулына алды. Яулығын килештереп ябынған була ла, аяғын өҫкә күтәреп, тиҫбе тартып ултыра башланы. Ғүмер буйы бөтә эшен бисмиллаһыҙ башлап, үҙенә – баш, үҙенә – түш булып өйрәнгән, Аллаһ исемен теленә лә алмаған әбейе ауыҙ эсенән нимә мығырҙағанын бик белгеһе килә Ғәзимдең. Башҡа эше булмағас, урта ишек быялаһы аша булһа ла Нәфисәнең һәр хәрәкәтен шулай күреп-күҙәтеп ултырырға ғәҙәтләнгән ул. Тик хуплап та, шелтәләп тә бер нәмә лә әйтмәй, дөрөҫөрәге, әйтә алмай: ҡаты ауырыу уны телдән дә яҙҙырғайны. Бына хәҙер ике тиҫтә йыл инде: ултыртһалар – ултыра, ятҡырһалар – ята. Шуға ла әбейенең күп ҡылығы менән күңеленән ризалашмаһа ла, үҙен ҡараған өсөн уға рәхмәтле булып, Аллаһынан уның бөтә гонаһтары өсөн ғәфү үтенеп, ҡиәмәт көнөндә ҡатынын кисереүен һорап, доға уҡыны, теләктәр теләне.

Бына бөгөн дә Нәфисә ҡашығаяҡ тирәһендә эшен бөтөрҙө лә, еүеш ҡулын алъяпҡысына ышҡып һөртә-һөртә телевизор алдындағы йомшаҡ креслоға ултырҙы, телевизорҙы ҡабыҙҙы һәм ҡулына тиҫбеһен алды. Үҙе тиҫбе тартҡан була, ә ике күҙе – зәңгәр экранда. Исмаһам, Ғәзим яғына бер әйләнеп ҡараһасы. Әйтерһең дә, карауатта балаларының атаһы түгел, ә күҙле бүкән ултыра. Иртән торғас, һөйәк тә тиренән ҡалған ҡартын елтерәтеп ултыртып, янына ризыҡ ҡуйҙы. Саҡ-саҡ ҡыбырлаған ҡулы менән нимә генә ашап өлгөрһөн инде, тиҙҙән әбейе йәһәтләп йыйыштырып та алды. Һөйләшмәгәс тә, ишетмәй ҙә тип уйлай, ахырыһы, ҡартын, бер ауыҙ һүҙ әйтмәй. Йылы һүҙгә ғүмер буйы һаран булды, әлбиттә, Нәфисәһе. Йәштән уға бер нәмә лә оҡшаманы, һәр ваҡыт йөҙөнә ҡәнәғәтһеҙлек билдәһе сығарып, бөтәһе менән тырт-мырт һөйләште. Ғәзим яҡшы һүҙгә өмөт тә итмәй инде, һис юғында, ризаһыҙлыҡ белдерһен ине, юғиһә, күңеленә бигерәк ауыр, тик ултырғас та, хисе-тойғоһо юҡ тип уйлай, күрәһең.

Ике йәшлек ейәнсәре генә ҡабат-ҡабат килеп, ишек быялаһын шаҡый, үҙ телендә олатаһына ниҙер һөйләп китә. Ошо ваҡытта Ғәзимдән дә бәхетлерәк кеше булмай, ҡыҙсыҡ нимә әйтһә лә, уны хуплап, башын һелкеп, йылмайып ултыра. Ейәнсәре лә тигеҙ тешен күрһәтеп, ауыҙын йыра. Тик был күңелдәрҙе күккә олғаштырған илаһи мәл оҙаҡҡа һуҙылмай уларҙың – Нәфисә әбей күргәнгә тиклем генә дауам итә. Бына әле лә шат йылмайған Ғәзимдең йөҙөн күреү менән ишек быялаһына терәлеп торған ейәнсәрен тартып тигәндәй алып, үҙе янына ултыртты һәм тиҫбе төймәләрен тарта башланы, күҙе менән телевизорға төбәлде. Тик ейәнсәренәме, әллә ҡартынамы ныҡ асыуы килде шикелле – тиҫбеһен кинәт өҙә тартты ла ебәрҙе. Мәрйендәр төрлө тарафҡа һибелеүен күргәс, һағайып, күҙе ҡырыйы менән генә бабайы яғына ҡараны, әйтеп аңлатмаһа ла, Нәфисә күҙ ҡарашынан белеп тора: Ғәзиме апаһының был бүләгенә изге ҡомартҡы һымаҡ ҡарай. Шуға ла йәтешләп ултырған урынынан етеҙ генә тороп, һибелгән бөртөктәрҙе йыйырға кереште. Тик артыҡ тулҡынланыуҙанмы, ҡулына гәрәбә төймәләр эләкмәй аптыратты, тотҡандары ла терегөмөш кеүек, килбәтһеҙ тулышҡан бармаҡ араһынан тәгәрәшеп төшөп маҙаһыҙланы. Эргәһендә уйынсыҡтары менән мәш килеп уйнаған ейәнсәренән башҡа бүлмәлә бер кем дә булмаһа ла, үҙен ғәм халыҡ алдында эш боҙған кешеләй тотто. Алан-йолан ҡарана-ҡарана, ауыр кәүҙәһен көс-хәл менән борғослап йыйып алды ул. Йыйылғанын һанағайны – берәүһе етмәй. «Иҙән йыуғанда табылыр әле. Табылмаһа ла, ҡурҡыныс түгел, тиҫбегә ҡытлыҡ юҡ хәҙер, теләгәнен һайлап алырға була», – тип йыуатты үҙен. Бәләкәй генә мәрйен бөртөгө ҙур ҡайғы килтереүен күҙ алдына ла килтермәй ине ул, әлбиттә...

Тиҫбе өҙөлөп, күп тә үтмәй, яңы ғына бер ҡайғы белмәй уйнап ултырған ейәнсәре бер ҡасан да булмағанса тынғыһыҙлана башланы. Яратып та, алдаштырып та, һикертеп тә, ашатып та ҡараны.

Тик йәмәғәте яғына ғына ҡарарға башы етмәне, унан ни файҙа, тинеме, ғәҙәтенсә, күҙ ҡырыйы менән генә булһа ла ҡараһа, әлбиттә, бәләне кисектерә алыр ине. Улай-былай иткәнсе сабыйҙың тын алыуы ауырлашты. Нәфисә ни эшләргә белмәй, баланы күкрәгенә ҡыҫып ҡосаҡлаған көйө урамға йүгереп сыҡты: «Зинһар, ярҙам итегеҙ!» – тип асырғанып ҡысҡырҙы. Зыянынан башҡа бер ни күрһәтмәһә лә, күршеләре тауышҡа йүгереп сыҡты. Береһе бала күтәргән Нәфисә янында ҡалды, икенсеһе ашығыс ярҙам саҡырырға ашыҡты...

«Бөтә кеше сит илдә ял иткәндә һеҙ кемдән кәм, барығыҙ, юлығыҙға аҡсаны үҙем бирәм, ҡыҙығыҙҙы үҙем ҡарайым», – тип көсләп тигәндәй ебәрҙе ҡатын диңгеҙ буйына төпсөк ҡыҙы менән кейәүен. Өйҙән хәбәр алғанда яңы барып етеп, сумаҙандарын бушатып та өлгөрмәгәйнеләр, кире юлға сыҡтылар. Юл аҙабы – гүр ғазабы, тип боронғолар белмәй әйтмәгән икән. Илле-алла менән ҡайтып етеүҙәренә сабыйҙың йәне йәннәттә ине инде – тиҫбе төймәһе тын юлына киткән ҡыҙҙы, ни тиклем тырышһалар ҙа, врачтар ҡотҡара алманы.

Ғәзим иһә баштан уҡ ейәнсәренең мәрйен бөртөгөн ҡулына алыуын да, ауыҙына ҡабыуын да күрҙе, тик өнө сыҡмағас, ҡатынына нисек белдерһен инде. Асырғанып ҡысҡырҙы, әлбиттә, ҡулын да мөмкин булғанса күтәреп, болғаны, һелкте, карауатҡа һуҡты. Әбейе генә уның яғына күҙ һалманы, ҡараһа, нисек тә аңлата алыр ине...

Ғәзимдең ғаиләһен һағалап торған ҡара ҡайғы бының менән генә бөтмәне. Боронғолар бәлә яңғыҙ йөрөмәй тигән бит – бәләкәсте ерләшергә ҡайтып килгәндә, аварияға осрап, Нәфисә менән Ғәзимдең оло ҡыҙҙары ла гүр эйәһе булды. Был ҡайғыларҙан әсе күҙ йәштәре кибеп тә өлгөрмәне, уртансы ҡыҙының берҙән-бер егерме йәшлек улы үҙенә ҡул һалды. Әсәһенең өр-яңы машинаһы менән ауғас, ғәрлегенәнме, әллә яҡындарының шелтәләүенән ҡурҡыпмы, үҙ теләге менән яҡты донъя менән хушлашты.

Мал-тыуарҙары ла йыл әйләнәһенә ҡазаланып торҙо. Ғәзим ғаиләһендә нимә барғанын аңлап, ишетеп, күҙәтеп, йөрәге аша үткәреп ултырҙы. Инеп сыҡҡан арала ла быға тиклем бер һүҙ әйтмәгән Нәфисә һуңғы осорҙа йыш ҡына: «Һинең һымаҡ һаңғырау, һуҡыр, телһеҙ, аҡылһыҙ кешегә ҡайһылай рәхәт, балаларыңдың үлемен дә белмәйһең бит, бәхетле йән... – тип һамаҡланы, – ғүмер буйы бер ҡайғы белмәнең, башыңды ахмаҡлыҡҡа һалып тик ултырҙың». Әбейенең ошо хәленә көнләшеп ҡарауынан, асыуынан, ғәрлегенән Ғәзимдең йөрәге ярылырҙай була, күҙенән субырлап йәш тама. Тик Нәфисә генә уның күҙенә ҡарамай, дөрөҫөрәге, ҡарарға тырышмай.

Ҡатынының хәлен аңлай, әлбиттә, Ғәзим. Өс ҡыҙын аяҡҡа баҫтырырға, уларҙы кеше араһында кәм-хур итмәҫкә тырышып, ниҙәр генә эшләмәне. Төндә тыуғанды төндә алалар бит, төн йоҡоһон йоҡламай, көмөшкәһен дә һатты. Эскән ирҙәрҙең ҡатындарынан туҡмалып, түбә сәсһеҙ ҙә ҡалды, ауыл йыйылыштарында иң түбән һүҙҙәрҙе лә ишетте, әммә магазин кәштәһендә араҡы һатыла башлағансы эшен туҡтатманы. Һәр ваҡыт ҡыҙмаса йөрөгән ҡатынынан бөтөнләйгә китергә йөрөгәнендә, быға тиклем бер ҡасан да һаулығына зарланмаған Ғәзим, ҡаты ауырып, түшәккә йығылды.

Ауылдаштарының ҡарғышы, эскеселәр балаларының күҙ йәше, әсәләренең ҡаты рәнйеше төшмәй ҡалмағандыр, көмөшкәнән килгән килеме ҙур булһа ла, Нәфисәнең тормошо барыбер алға барманы. Өс ҡыҙы ла тыумыштан бер туҡтауһыҙ ауырыны. Әммә сир-сырхау тиҙ тейеп барған балаларын дауаханаға түгел, ә им эҙләп, төрлө бағымсыларға йөрөттө. Ысынлап та, им-том ярҙам иттеме, әллә ауырыуҙың үҙенең ваҡыты үттеме, үҫеп буй еткергәндә ҡыҙҙарының өсөһө лә сихәтләнде. Өшкөрөүсе-әмәлләүселәргә күп йөрөп, үҙе лә ноҡот һалырға, фал асырға, имләргә, күрәҙәлек итергә өйрәнеп алды. Әмәлгә ҡалғандай, китап магазины кәштәләрендә сихырсылыҡ серҙәре тураһында төрлө китаптар барлыҡҡа килде. Ниндәйҙәрен генә алып уҡыманы Нәфисә уларҙың. Тиҙҙән аҡ көстәрҙең, ҡара магияның серенә ныҡлап төшөндө һәм яҡшы килем килтергән яңы шөғөл тапты: йәш сағында эсергә яратыусылар сират торһа, хәҙер инде уның ишеген ике юл сатында юғалып ҡалғандар, икеләнгәндәр, яуапһыҙ мөхәббәт утында янғандар, бәхетһеҙҙәр, бәхетлеләр, парлылар, яңғыҙҙар, өлөшлөләр һәм өлөшһөҙҙәр ҡаҡты.

Ярҙам Һорағандарға ярҙам иттеме, уныһын Ғәзим белмәй, әлбиттә. Әммә шуны яҡшы аңлай: Нәфисә бик күптәрҙең тормошона инде. Бәхетлеләргә бәхетһеҙлек юраны, кеше яҙмыштарын сыуалтты, сейәлтте, өмөтһөҙлөккә бирелдерҙе, илатты, илертте. Ауырыуы сәбәпле, әбейенең гонаһлы эштәренә ҡаршы төшә алмағас, кеше бәхетһеҙлеген файҙаланып, алдап-йолдап тапҡан малының ҡасан да булһа әжере төшәсәген яҡшы аңлаған Ғәзим уның өсөн тәүбәгә килеп, ярлыҡауҙар һорап, Аллаһы Тәғәләгә ялбарҙы. Тик ниңәлер ул, бөтә гонаһтары өсөн Нәфисә үҙе яуап бирер, тип уйлай ине. Ә бөтәһе лә киреһенсә булып сыҡты, уның ҡылғандарына балаларына яуап бирергә тура килде.

Им-том, әмәлләү эшенән изге рамаҙан айында ла туҡталып тормаған әбейенә булған ризаһыҙлығы, асыуы, әрнеүе, бер йылда бер түгел, өс балаһын юғалтыу ҡайғыһы бына нисә көн инде тамағына төйөр булып тығылды ла, үтмәй аптыратты Ғәзимде. Ҡәҙер кисе тип аталған изге бер төндә тамағын ҡырып ята торғас, нисәмә йыл өнһөҙ йәшәгәндән һуң ҡапыл тауышы сығып китте. Ҡыуанысынан әбейен саҡырҙы, янына килеүсе булмағас, тағы, тағы ҡысҡырҙы. Йоҡлап китһәм, тауышым юғалып ҡуйыр, тип, төнө буйы көйләп доғалар, Юғары көскә рәхмәт уҡыны. Шулай таң аттырҙы. Ә Ҡәҙер төнө әбейенең һуңғы төнө булғанын көн төшкә ауышҡас ҡына белде ул. Изге йәндәр изге көндә гүр эйәһе була, тиҙәр. Был тормошта бер яҡшылыҡ ҡылмаһа ла, күңеле саф, таҙа булдымы икән Нәфисәнең, тип уйлап ҡуйҙы.

Ҡатынын һуңғы юлға оҙатырға килгән ауылдаштары хәләленең гонаһтарын һөйләргә баҙнат итмәһәләр ҙә, күңелдәренән генә уның яманлыҡтарын барлағанын аңлай Ғәзим. Ауырып йығылғас, үҙен егерме йыл ҡараған әбейе тураһында яман уйлағандарын теләмәне һәм бөтәһен дә ғәжәпкә һалып, талғын ғына һүҙ башланы:

– Динебеҙҙә яҡшы һәм яман ғәмәл ҡылғандарҙың артабанғы яҙмышы Ҡиәмәт көнө хөкөмө менән аңлатыла. Яҡшылыҡ ҡылған кешенең изге ғәмәлдәре лә, яманлыҡ эшләгән гонаһлыларҙың да эше онотолмай. Улар әҙәм балаһына үҙенә ниндәй юлдар менән булһа ла кире әйләнеп ҡайта. Кешеләр бер-береһен хөкөм итергә тейеш түгел, беҙ бөтәбеҙ ҙә – Аллаһы Тәғәлә хөкөмөндә...

Лена Абдрахманова.

ejansura.ru

Өҙөлгән тиҫбе (хикәйә)
Автор: