Дим буйҙары
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ноябрь 2021, 11:41

Башҡорт теле көнө уңайынан "МИНЕҢ ӘКИӘТ" конкурсы уҙғарыла

Конкурс башҡорт телендә әкиәт яҙыусыларға тәғәйенләнгән. Ҡатнашыусылар йәш кимәле буйынса 18 йәшкә тиклем һәм 18 йәштән өлкәндәргә бүленә.

Башҡорт теле көнө уңайынан "МИНЕҢ ӘКИӘТ" конкурсы уҙғарыла
Башҡорт теле көнө уңайынан "МИНЕҢ ӘКИӘТ" конкурсы уҙғарыла

Әкиәттәргә талаптар:
- яңы, үҙенсәлекле сюжет;
- күләме буйынса әкиәт 3 биткә тиклем, Times New Roman шрифты, 14 кегль, 1,5 интерваллы булырға тейеш.

📎 Эштәрегеҙҙе ебәргәндә, беренсе битендә әкиәттең исемен, исем-шәрифегеҙҙе тулыһынса, йәшегеҙҙе, тыуған ерегеҙҙе, эл.почтағыҙҙы һәм телефон һандарығыҙҙы яҙырға онотмағыҙ.

Әкиәттәр [email protected] адресы буйынса 5-се декабргә тиклем ҡабул ителә. Шулай уҡ эштәрегеҙҙе социаль селтәрҙә #МинеңӘкиәт2021 хештегы аҫтында һалыу мотлаҡ!

Әкиәттәр, баһалама ағзалары күҙлегенән үткәс, бер ПДФ форматҡа йыйылып, социаль селтәрҙәрҙә һәм мәктәптәргә таратыла. Иң шәп әкиәттәр республика балалар гәзит-журналдарында баҫыласаҡ.

Фото: Башфонд.

https://ye102.ru

Башҡорт теле көнө уңайынан "МИНЕҢ ӘКИӘТ" конкурсы уҙғарыла
Башҡорт теле көнө уңайынан "МИНЕҢ ӘКИӘТ" конкурсы уҙғарыла
Автор:
Читайте нас: