Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ноябрь 2021, 16:36

Фатирһыҙ ҡалған

Мутлашыусылар 42 йәшлек ҡатынды фатирын һатырға һәм ҙур күләмдә кредит алырға күндергән.  

Фатирһыҙ ҡалған
Фатирһыҙ ҡалған

Был турала алданған ҡатын (Өфөлә йәшәүсе) полицияға мөрәжәғәт иткән.

Зыян күреүсе уларға билдәһеҙ номерҙан, йәнәһе, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм банктың хәүефһеҙлек хеҙмәткәрҙәре шылтыратыуы тураһында һөйләгән. Шылтыратыусылар ҡатындың иҫәбенән аҡса урларға маташыуҙары тураһында хәбәр итә.

Аҡсаларҙы һаҡлау өсөн уға "белгестәр" күрһәтмәләрен теүәл үтәргә кәрәк, имеш.

Ҡатын ҡурыҡҡан һәм өс банктан кредит алған, шулай уҡ үҙ фатирын һатҡан. Ул мошенниктарға 6,5 миллион һум аҡса күсергән.

Хәҙерге ваҡытта килеп сыҡҡан хәлдең шарттарын һәм деталдәрен полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлай.

Һаҡ булығыҙ! Банк хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла телефондан шылтыратып, бындай хәбәр һөйләмәй!

kiziltan.r

Фатирһыҙ ҡалған
Фатирһыҙ ҡалған
Автор:
Читайте нас: