Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ноябрь 2021, 18:59

Коронавирус менән ауырыусылар ҡайһы райондарҙа күберәк?

Оператив штабтың ултырышында коронавирусҡа бәйле  республикалағы хәлгә баһа бирелде. 

Коронавирус менән ауырыусылар ҡайһы райондарҙа күберәк?
Коронавирус менән ауырыусылар ҡайһы райондарҙа күберәк?

25 ноябрҙә Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостандың Премьер-министры Андрей Назаров яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау буйынса оператив штабтың   ултырышын үткәрҙе.     

БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, үткән тәүлектә   республикала 672 ковид менән зарарланыу осрағы теркәлгән. 33 пациент яҡты донъя менән хушлашҡан.
 711 кеше һауығып, дауахананан сыҡҡан. Әлеге ваҡытта 7146 кеше амбулатор дауаланыу курсы үтә, шуларҙың 5415-е – 60 йәштән ололар.    – Ауырыу буйынса иң юғары күрһәткестәр Бишбүләк, Бәләбәй, Федоровка, Баҡалы, Белорет һәм Федоровка райондарында теркәлгән.  Тап ошо районда вакцина эшләтеүселәрҙең проценты ла түбән, – тине Азат Салауат улы. – Вакциналаныусылар проценты Әлшәй, Бүздәк, Шишмә, Саҡмағош һәм Өфө райондарында юғары.  

Башҡортостан буйынса баш санитар табип Анна Казак әйтеүенсә, зарарланыусылар һанынының бер аҙ тотороҡланыуы күҙәтелә. Был факт республикала алып барылған санитар-эпидемиологик сараларҙың дөрөҫ йүнәлештә булыуын күрһәтә, тип билдәләне ул.

Кәңәшмәнең һуңында Андрей Назаров республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына прививкалау кампанияһын көсәйтергә һәм халыҡты ковидҡа тестлау күләмен арттырырға ҡушты.

https://ye102.ru

 

Коронавирус менән ауырыусылар ҡайһы райондарҙа күберәк?
Коронавирус менән ауырыусылар ҡайһы райондарҙа күберәк?
Автор:
Читайте нас: