Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ноябрь 2021, 10:48

Өфөлә башҡорт телен өйрәнеү курстары башланды

вӨфөлә балаһына телде үҙләштерергә ярҙам итергә теләгән ата-әсәләр өсөн башҡорт телен өйрәнеү курстары башланды.

Өфөлә башҡорт телен өйрәнеү курстары башланды
Өфөлә башҡорт телен өйрәнеү курстары башланды

Дәрестәрҙе «Башҡорт теле. Яңы ҡараш» уҡыу ҡулланмаһы авторҙары, башҡорт һәм төрөк телдәре уҡытыусыһы Ләлә Сафина, филология фәндәре кандидаты, Өфө күп профилле һөнәри колледж уҡытыусыһы Рида Латипова үткәрә.

Ләлә Сафина һүҙҙәренсә, дәрестәрҙе 2022 йылдың май айына тиклем уҙғарыу  планлаштырыла.

«Курсҡа ҡыҙыҡһыныу бик ҙур, шуға дәрестәрҙе интернетта күрһәтергә булдыҡ. Ырымбур, Межгорье, Салауат ҡалаларынан, Ҡалтасы һәм Учалы райондарынан ҡарарға теләүселәр бар», — тине ул.

Курс ата-әсәләргә тәғәйенләнгән, дәрескә тотош ғаилә менән килергә була, ти ойоштороусылар. Балалар күп булһа, улар өсөн айырым төркөм асыуҙы ҡарарға мөмкин.

Программа телде белеү кимәленә ҡарап төҙөлә. Курс өсөн махсус пособие әҙерләнгән. Бынан тыш, Ләлә Сафина аҙнаһына бер тапҡыр төрөк теле дәресен үткәрә.

Проект Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһына ғәмәлгә ашырыла.

Уҡыу бушлай.

haibh.ru

Өфөлә башҡорт телен өйрәнеү курстары башланды
Өфөлә башҡорт телен өйрәнеү курстары башланды
Автор:
Читайте нас: