Дим буйҙары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ноябрь 2021, 19:42

Омикрон - ковидтың яңы төрө

Был мәкерле сир үтә тиҙ таралыуы менән айырыла.  

Омикрон - ковидтың яңы төрө
Омикрон - ковидтың яңы төрө

Тажлы үләттең бар донъяны дер һелкетеп тотоуына ике йыл тулып килә. Күпме кешене юғалттыҡ, ә күпмебеҙ, коронавирус йоҡтороп, үлеп терелдек.

Һуңғы осор ер йөҙөндә тағы бер борсолоулы хәбәр таралды. Ул коронавирустың яңы төрө барлыҡҡа килеүе. “Омикрон” атамаһын алған штамм Африка илдәрендә табылды. Ул илдәрҙәге табиптар әйтеүенсә, омикрон үтә тиҙ таралыуы менән айырыла. Шулай уҡ омикронды йоҡторған ауырыуҙарҙа еҫ һәм тәм юғалтыу күҙәтелмәй. Был штамм тулыһынса хәлде ала һәм кешенең йөрәк тибеше ныҡ көсәйә. Әлегә омикронды тулыһынса өйрәнеү дауам итә.

Ковидтың яңы төрө нимә менән янауын әйтеп булмай. Шуға күрә күп илдәр Африка илдәре өсөн һауа юлдарын яба башланы. Бөгөн Великобритания, Германия, Франция, Италия, Израиль, Автрия, Чехия, Нидерланды һәм башҡа илдәр ЮАР-ҙан килгән самолеттарҙы индермәй башланы.

hakmar.ru

Омикрон - ковидтың яңы төрө
Омикрон - ковидтың яңы төрө
Автор:
Читайте нас: