Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Декабрь 2021, 12:41

Арынабыҙ арыуҙан!

Лимондың кеше организмы өсөн файҙаһын, уның витаминдарға бай булыуын, иммунитетты күтәреүен барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Ҡояш ише һары ғына булып өлгөргән был емеш һалҡын тейгәндә, тымаулағанда ла хәлде еңеләйтеп ебәргәндәй.

Арынабыҙ арыуҙан!
Арынабыҙ арыуҙан!

Кәйефте күтәрә. Бының өсөн емеште уртаға ҡырҡығыҙ һәм һутын һығып алығыҙ. Уның бер өлөшөн муйынға, ҡолаҡ артына һөртөгөҙ, ҡалғанына ҡайнар һыу ҡушығыҙ һәм бәләкәй геән йотомдар менән эсегеҙ.  Әгәр ҙә бик әсе булһа, шәкәр өҫтәргә мөмкин. Бик тиҙҙән кәйефегеҙ күтәрелер. Лимон С витаминына һәм биологик әүҙем матдәләргә бай. Ул организмға көс-ҡеүәт өҫтәй, иммунитетты нығыта.

Көсөргәнеш кәмер. Цитрус еҫе мейе көсөргәнешен кәметә. Бынан тыш, лимон нервы системаһын тынысландыра һәм ауыр эш көнөнән һуң көсөргәнешлекте бөтөрә.

Аҡыл һәләте арта. Лимон хәтерҙе яҡшырта һәм фекер тупларға ярҙам итә. Көн һайын уның еҫен һулап, кеше иғтибарлыраҡ була башлай, уның аҡыл һәләте һәм хәтере яҡшыра.

Көс һәм дәрт арта. Лимон еҫе мейене күберәк серотонин эшләп сығырға мәжбүр итә. шуға күрә үҙегеҙҙе дәртлерәк тойорһоғоҙ.

Ҡан баҫымы яйланыр. Лимон гипертония менән яфаланыусыларға ярҙам итә. Уның еҫе ҡан баҫымын түбәнәйтә.

Төндә йоҡлай алмағанда: 1 стакан лимон һутына 2 ҡалаҡ ҡарабойҙай ба­лын ҡушып болғатҡандан һун, 2 ҡалаҡ ваҡланған грек сәтләүеге өҫтәргә. Ятыр алдынан 1 ҡалаҡ ашарға.

Ревматизм менән яфаланһағыҙ ҙа лимон менән дауаланығыҙ. Лимон кислотаһы һәм витаминдар ялҡынһыныуҙы булдырмай, организмды нығы­та. Лимон ҡабығын спиртҡа һалып төнәтеп, тәнде ыуһаң, ауыртыу ба­ҫыла.

Һалҡын теймәһен өсөн:лимонды 1 минутҡа ҡайнар һыуға тығып алығыҙ һәм тышы менән ит турағыстан үт­кәрегеҙ. Уға 100 г аҡ май, 1 -2 ҡалаҡ бал өҫтәгеҙ. Ғәҙәти май кеүек һаҡлайҙар һәм ҡулланалар. Лимонды өлөштәргә бүлеп, банкаға һалығыҙ һәм өҫтөнә шәкәр һибегеҙ. Һыуытҡыста 12 сәғәт тотҡандан һун, балаларға көнөнә 1 балғалаҡ бирергә.

Иммун системаһын нығытыу өсөн: 1,5 кг сөгөлдөр, 1 кг кишер, 1 кг гранат, 1 кг лимондың һутын һығып (лимондың төштәрен алырға, ә гранатты төштәре, тышы менән бергә үткәрергә), банкаға ҡойорға ла, 1 кг бал өҫтәргә. Эсемлек­те көнөнә ике тапҡыр: 100 г тирәһе иртән һәм кис эсергә.

Арынабыҙ арыуҙан!
Арынабыҙ арыуҙан!
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: