Даян Мурзин илһөйәрлектең сағыу өлгөһө булып тора. Бөйөк Ватан һуғышында легендар разведчик, Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры, Ватан һуғышы орденының тулы кавалеры 1937-1939 йылдарҙа Кушнаренко педагогия колледжында (ул саҡта Кушнаренко педагогия училищеһы) уҡыған һәм тормошҡа юллама алған. Һуғыш башланғас, ул, бөтәһе кеүек, тыуған илен һаҡлау өсөн фронтҡа киткән. Ҡыйыулығы, хәйләкәрлеге өсөн уны «Ҡара генерал» тип йөрөткәндәр, ул Гитлерҙың шәхси дошманы булған.
«Бюст эшләү идеяһын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡандарҙың һәммәһенә лә рәхмәт белдерәбеҙ. Хәҙер Кушнаренко ауылы халҡы балаларына, районыбыҙ ҡунаҡтарына ошо ваҡиға тураһында ғорурланып һөйләй ала, сөнки бөгөнгө эшебеҙ — үткәнебеҙгә хөрмәт билдәһе», — тип хәбәр иттеләр Кушнаренко районы хакимиәтенән.
Бюст асыу тантанаһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы, бюст төҙөү инициаторы Илдар Дәүләтов, скульптор Илдус Закиров, Даян Мурзиндың ейәнсәре Альбина Мурзина, бер туғанының улы Роберт Мурзин, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы, Бөтә донъя татарҙары конгресының милли советы вәкилдәре, Баҡалы районы делегацияһы, Кушнаренко районының «көмөш» ирекмәндәре ҡатнашты. Бюсты асыу хоҡуғы Рөстәм Әхмәҙинуров менән Альбина Мурзинаға бирелде. Һуңынан тантанала ҡатнашыусылар Даян Мурзин бюсына сәскәләр һалды. Мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре концерт программаһы әҙерләгәйне.
Һәйкәлде асыу тантанаһында Даян Мурзинға Рәсәй Геройы исемен биреү өсөн ҡултамға йыя башларға хәл ителде.
Башинформ.