Дим буйҙары
+26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ғинуар , 13:15

Кемдеке күп, шул бай һаналған

Баҡтиһәң, уларҙың тәүгеләре ағастан эшләнгән булған.  

Кемдеке күп, шул бай һаналған
Кемдеке күп, шул бай һаналған

Йоҡоноң сифаты туранан-тура мендәрҙең уңайлылығына бәйле икәне сер түгел. Уның йәнең теләгәнен һайларға була хәҙер: классик формалағыһынан алып ортопедик, йәғни баш формаһына тура килтерелгәненә тиклем. Шулай уҡ эслеге лә төрлөсә: ҡаҙ йөнөнән башлап төрлө синтетик материалдарға тиклем.

Ә бына мендәрҙең тарихына бәйле ҡыҙыҡлы дәлилдәр ҙә барлығын беләһегеҙме икән? Беренсе мендәрҙәр Боронғо Ҡытайҙа барлыҡҡа килгән, улар ағастан эшләнеп, дүртмөйөш формала булған. Ағастан, фарфорҙан, тимерҙән эшләнгән әйбер ҡуйғысҡа оҡшаған мендәрҙәр йоҡлағанда сәс прическаһын боҙмау өсөн кәрәк булған. Ә бына йомшаҡ мендәрҙәрҙе Боронғо Грецияла эшләй башлағандар. Эсенә хайуандарҙың йөнө, кипкән үлән, ҡош мамығы тултырылған уларҙың. Бәрхәт, төрлө суҡтар менән биҙәлгән мендәрҙәр байлыҡ билдәһе булып торған. Грециянан мендәрҙәр Боронғо Римға, Европаға таралған.

Ғөмүмән, мендәре ни тиклем күп икән, байлығы ла күп тип иҫәпләнгән. Боронғо Рустә ҡош ҡаурыйы һәм йөндән эшләнгәндәре тик байҙарҙа ғына булған. Ярлы крәҫтиәндәр бесән, ат ялы тултырылғандарында йоҡлаған. Мәҫәлән, Төньяҡ Кореяла хатта баланың елкәһе формаһынан ниндәй ғаиләнән икәнлеген белгәндәр. Йомро елкәлеләр – бай, ә ярлыларҙың, мендәрһеҙ йоҡлағас, елкәләре лә тигеҙ булған.

Урыҫ теленә «подушка» һүҙе XIII быуат уртаһында килеп ингән. Алдан додуха тип аталған ул, йәғни һауа тултырылған мәғәнәлә. Артабан «подушка», йәғни, «душа» һүҙенән сығып, күңелгә, тәнгә яҡын тигәнде аңлата башлаған.

Күңелегеҙгә яҡын мендәрҙе һайлап, йоҡоларығыҙ тыныс, төштәрегеҙ тәмле булһын, дуҫтар!

Фото: ostrovsoglasia.ning.com

https://bashgazet.ru

Кемдеке күп, шул бай һаналған
Кемдеке күп, шул бай һаналған
Автор:
Читайте нас в