Дим буйҙары
-13 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Ғинуар , 20:09

“Барыһын да эшләй белдек”

Айыт ауылынан Рәүфә Фәхрислам ҡыҙы Сәлимова 90 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй    

“Барыһын да эшләй белдек”

Айыт ауыл Советы ауыл биләмәһендә дүрт тораҡ пункты иҫәпләнә. Ауыл халҡы араһында оло йәштәге кешеләргә айырым хөрмәт күрһәтелә. Улар ғүмер байрамдарын туғандары hәм яҡындары менән генә билдәләмәй, юбилярҙарҙы ҡотлау өсөн урындағы ауыл Советы хеҙмәткәрҙәре лә килә. Хәҙер был ауыл биләмәһендә 90 йәштән өлкәнерәк 17 кеше йәшәй. Был көндәрҙә оҙон ғүмерлеләрҙең рәтен 90 йәшлек Рәүфә Фәхрислам ҡыҙы Сәлимова ла тулыландырҙы.  

— 1932 йылдың 10 ғинуарында Айыт ауылында өс балалы ябай колхозсылар ғаиләһендә тыуғанмын. Улар араһында мин иң өлкәне, ә хәһер инде иң оҙон ғүмерлеһе булдым, — ти, үткәндәрҙе иҫкә алып, элгәре күп балалы әсә һәм күп тапҡырҙар өләсәй булған Рәүфә Фәхрислам ҡыҙы.

—Атайым Фәхрислам Динислам улы 1904 йылда Бишбүләк районы Айыт ауылында тыуған, рядовой, Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында фашистар менән батырҙарса көрәшеп, 1941 йылда хәбәрһеҙ юғалған. Әсәйем беҙҙе яңғыҙы үҫтерҙе. Шул осорҙағы күпселек йәштәштәрем кеүек ауыр һуғыш йылдарында үҫеп, бала сағымдан колхозда өлкәндәр менән бер рәттән төрлө эштәрҙә эшләргә тура килһә лә, урындағы мәктәптең 8-се класын тамамлай алдым. Артабан да уҡыу теләге көслө булды. Әммә әсәйемә хужалыҡ эштәре буйынса ярҙам итергә кәрәк ине. Бер ҡасан да эште ҡатын-ҡыҙҙыҡы йәки ир-аттыҡы тип торманым. Ауыл ҡатын-ҡыҙы ниндәй генә ауыр булмаһын, теләһә ниндәй эште башҡара белергә тейеш ине.

1955 йылда ул ҙур мөхәббәт менән колхозда тoзелеш бригадасында эшлeyче хезмeт сoючeн Айыт егете Мөхтәсим Сәлимовҡа кейәүгә сыға. Уларҙың да бер-бер артлы алты балалары тыуып-үҫә.  Өлкән улдары Радик ғаиләһе менән күрше Дүсән ауылында йәшәй. Ул күптән хаҡлы ялда. Дүрт ҡыҙҙары үҙ ғаиләләре менән Бәләбәй, Өфө, Красноярск hәм Яңы Уренгой ҡалаларында йәшәй. Яратҡан әсәйҙәре менән атай йортонда улы Рәшит hәм килене София йәшәй.  Уларҙың улдары Рәлиф тә Айыт ауылында айырым тора hәм Себер яҡтарында вахта ысулы менән эшләй. Ҡыҙҙары Ләйсән — Рәүфә әбейҙең иң яратҡан ейәнсәре - кейәүҙә, ғаиләһе менән Сорғотта тора.  Ул йыш ҡына улы Илназ - биш йәшлек ейән һәм бүләсәре менән тыуған йортона hәм өләсәләре янына ҡайта.

 — Был иркен hәм яҡты йортто беҙ ирем, балалар hәм туғандар ярҙамы менән 1990 йылда төҙөнөк, — тип һөйләй Рәүфә Фәхрислам ҡыҙы. — Артабан Рәшит улым уны ғаилә байрамдарында барыһына ла урын етeрлек булһын тип ҙурайтты.  Сөнки минең алты балам, яратҡан ун ейән-ейәнсәрем һәм туғыҙ бүләсәрем бар. Миңә Маҡтау ҡағыҙҙары hәм миҙалдар ҡәҙерле түгел, ә улар - тормошомда төп бүләк!

Владимир Смолов.

Автор фотоһы.

“Барыһын да эшләй белдек”
Автор: