Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Ғинуар , 11:46

Башҡортостанда «омикрон» штамын йоҡтороуҙың өс осрағы асыҡланған

Роспотребнадзорҙан хәбәр итеүҙәренсә, коронавирустың яңы төрө Өфө аэропортына килеп төшкән туристарҙа асыҡланған. Икәүһе - Танзанияла, Ырымбурҙа йәшәгән ханым ейәндәре менән Төркиәлә ял иткән.

Башҡортостанда «омикрон» штамын йоҡтороуҙың өс осрағы асыҡланған

«Омикрон» йоҡторған сирлеләр дауаханаға оҙатылған, уларҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек.

Улар менән бәйләнештә булғандарҙың бөтәһе лә, шул иҫәптән рейс пассажирҙары, пилоттар һәм ғаилә ағзалары изоляцияла ултыра. Барыһы ла табиптар күҙәтеүендә.

Уларға көн һайын коронавирус инфекцияһына тест үткәрелә.

«Прививка яһатырға һәм коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү сараларын үтәргә кәңәш итәбеҙ», — тип белдерҙеләр Роспотребнадзорҙа.

Яңы омикрон штамы Рәсәйҙең 13 төбәгендә асыҡланған.

https://www.bashinform.ru

Башҡортостанда «омикрон» штамын йоҡтороуҙың өс осрағы асыҡланған
Автор: