Дим буйҙары
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Ғинуар 2022, 10:47

Шаулап үҫер урмандар

Башҡортостан урмансылары 2021 йылда өс мең килограмдан ашыу урман үҫемлеге орлоғо әҙерләгән.

Шаулап үҫер урмандар
Шаулап үҫер урмандар

Ҡыш – урман үҫемлектәре орлоғо әҙерләү осоро. Урман үҫтереүҙә сәсеү материалының сифаты мөһим урын алып тора. Бәләкәс кенә орлоҡтарҙан 60 – 80 йыл үткәс, яңы ҡарағай урманы үҫеп сыға. Тик бының өсөн тубырсыҡ йыйырға, эшкәртергә, орлоҡтар әҙерләргә, сифатын тикшерергә кәрәк.

Урман үҫемлектәре орлоғо запасын булдырыу буйынса сараларҙы “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты сиктәрендә БР Урман хужалығы министрлығы учреждениелары тормошҡа ашыра.

2021 йылда әҙерләнгән орлоҡтар күләме 3260 килограмм тәшкил итә. Уның 1230,1 килограмы – ҡарағай, 272 килограмы – шыршы, 73,9 килограмы – Сукачев ҡарағасы, 1400 килограмы – имән һәм 284 килограмы башҡа төрлө ағастарҙың орлоғонан тора.

Фото –  БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

https://bashgazet.ru

Шаулап үҫер урмандар
Шаулап үҫер урмандар
Автор:
Читайте нас в