Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Ғинуар , 16:06

Өфө эттәре - Голландияла

Бал ҡалала йәшәүсе Юлиана йорт-хужаһыҙ хайуандарға ярҙам итеү үҙәген асҡан.

Өфө эттәре - Голландияла

Интерьер дизайны Юлиана Ғафарова хәйриәлек менән шөғөлләнә. Уның ҡала ситендәге йортонда 21 эт, 5 көсөк һәм бесәй йәшәй. Юлиана яңыраҡ йорт-хужаһыҙ хайуандарға ярҙам итеү үҙәген асҡан.

Бер көндө уға завод янында йәшәгән эттәр тураһында видеояҙма ебәргәндәр. Юлиана әхирәте Алена менән килеп, уларға ашарға ҡалдырып киткән.

Күп тә үтмәй, завод һаҡсылары, бер эт көсөкләгән, тип хәбәр иткән. Һыуыҡ булғас, Юлиана көсөктәрҙе үҙенең үҙәгенә алып ҡайтҡан. Ике көсөккә хужа тиҙ табылған, ә бер нисәһе юлсылар аша сит илгә эттәр оҙатыу менән шөғөлләнгән ирекмән ярҙамында Голландияға ебәрелгән.

Темми һәм Идди ҡушаматлы тағы ике көсөк тә Амстердамға юлланған.

Сит илдә Темми һәм Идди изге йөрәкле ханымда йәшәй. Уның йорто диңгеҙ буйында урынлашҡан, хәҙер эттәр көн һайын диңгеҙ һауаһы һулай. Әле уларға яңы хужалар һайлайҙар.

Өфө эттәре - Голландияла
Автор: