Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Ғинуар , 10:32

“Яңы фатирҙа рәхәтләнеп йәшәрһегеҙ...”

85 ғаилә был ваҡиғаны күптән түҙемһеҙлек менән көткәйне.

“Яңы фатирҙа рәхәтләнеп йәшәрһегеҙ...”

Бәләбәй районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев Приют ҡасабаһының Беренсе Май урамындағы йортта өй туйлаусыларға фатир асҡыстарын тапшырҙы.

Авария хәлендәге торлаҡтан иркен, уңайлы һәм яҡты фатирҙарға күскән 85 ғаилә был ваҡиғаны күптән түҙемһеҙлек менән көткәйне. Йорт Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү” төбәк проекты нигеҙендә килешеү төҙөп, 145 миллион һумдан ашыуға һатып алынды. Унда ауылдағы авария хәлендәге 11 йорттан кешеләр күсерелде.

Хакимиәт башлығы Азат Сәхәбиев төҙөүселәргә ҙур рәхмәт белдерҙе. “Һеҙ заманса, төҙөк йорттан яңы фатир асҡыстары алаһығыҙ. Ошо мөһим ваҡиға менән һеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайым. Яңы фатирҙа рәхәтләнеп йәшәрһегеҙ, тип ышанам“, – тине ул өй туйлаусыларға.

Әйткәндәй, яңы торлаҡ шәхси йылылыҡ сығанаҡтары менән йыһазландырылған, сантехника ҡорамалдары ҡуйылған, косметик ремонт яһалған. Йорт эргәһендәге биләмә лә төҙөкләндерелгән.

#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: belebey-mr.ru/press/news/6763/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/204530

“Яңы фатирҙа рәхәтләнеп йәшәрһегеҙ...”
Автор: