Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Ғинуар , 14:02

«Дельта» һәм «омикрон» нимәһе менән айырыла?

«Омикрон» штамының «Дельта»нан төп айырмаһы шунда: сирлене хәлһеҙлек һәм баш ауыртыуы нығыраҡ борсой.

«Дельта» һәм «омикрон» нимәһе менән айырыла?

Шул уҡ ваҡытта еҫ һәм тәм һиҙеү һәләте юғалмаҫҡа мөмкин, тип хәбәр итте «Регнум» Роспотребнадзор белдереүенә һылтанма менән.

Яңы штамдың билдәләре миҙгелле киҫкен респиратор вирус инфекцияһына оҡшаш: температура күтәрелә, мускулдар һыҙлай, тымаулата, тамаҡ ҡысыта, сөскөртә, йүткертә.

Эксперттар әйтеүенсә, «омикрон» «дельта»ға ҡарағанда 4,2 тапҡырға тиҙерәк йоға. Халыҡ күп йыйылған урындарҙа уны эләктереү ихтималлығы арта.

«Омикрон»дың инкубация осоро — 3-6, «дельта» штамының иһә 4-5 көн.

https://www.bashinform.ru

«Дельта» һәм «омикрон» нимәһе менән айырыла?
Автор: