Дим буйҙары
+25 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Ғинуар , 11:47

Саф һауала йөрөүгә ни етә!

Ҡыш көндәрендә һәр ауылда тиерлек ҡулдарына таяҡ тотоп йөрөүселәрҙе йәки саңғыла шыуыусыларҙы күрергә була. Дүсән ауылынан Сәриә Гиззиева ла сихри аҡлыҡҡа сумған ҡырҙар буйлап саңғыла йөрөй.

Саф һауала йөрөүгә ни етә!
Саф һауала йөрөүгә ни етә!

- Күңелгә ятҡан шөғөл өсөн ваҡыт табырға булалыр. Бына ун йылдан ашыу инде мин ҡышҡыһын саңғыла йөрөйөм. Һауа торошона ҡарап, бик ныҡ буран йәки епшек көн булмаһа, саңғыға баҫам да өйрәнелгән маршрут буйынса 5-6 саҡрым йөрөп әйләнәм. Бер ваҡыт үтә ныҡ һалҡында хатта битемде лә туңдырғайным, әммә уға ҡарап ҡына саңғыла йөрөүҙе ташламаным.  Әгәр ҙә, берәй мәшәҡәт тыуып, сыҡмай ҡалһам, миңә нимәлер етмәгән кеүек, - тип һөйләй ул.

Матурлыҡты тоя белгән кешегә тәбиғәттең һәр миҙгеле матур. Өҫтөнә килешеп торған спорт костюмы кейгән Сәриә Мөхәмәт ҡыҙы йыш ҡына үҙенең ауылдашы Минзия Ғәфиәтова менән бергә йөрөй. Улар артынан аҡ ҡарҙа пар саңғы эҙе ҡала. 67 йәшлек Минзия апай ҙа күптән инде сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара: саңғыла йөрөүҙән тыш, ун йылдан ашыу йога менән шөғөлләнә.

Белеүебеҙсә, спорт менән әүҙем шөғөлләнгәндәр һаулыҡтарын ғына нығытып ҡалмай, көр күңелле, оптимист рухлы булыуҙары менән айырылып тора. Ҡышҡы тәбиғәт уларға, ысындан да, ыңғай йоғонто яһай.

- Беҙ Минзия апай менән үҙебеҙҙең ауыл тирәһендәге Аҡҡош, Ҡортло, Сигәй күлдәре янына барып әйләнәбеҙ, ҡайһы берҙә “Ҡыҙыл ҡойо”ға тиклем барып етәбеҙ. Ни тиһәң дә, икәү бергә күңеллерәк. Бер нисә йыл инде районда уҙған “Рәсәй саңғы юлы” эстафетаһында ҡатнашабыҙ, 60-тән өлкәнерәктәр араһында икебеҙ ҙә урын алмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Быйыл да үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡарарға ниәтләйбеҙ, - ти, йәштән спортты үҙ иткән ханым.

Яҙмышын тыуған ере менән бәйләгән Сәриә Гиззиева хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәп китапханаһында эшләгән. Һәр яҡлап ҡыҙыҡһыныусан кеше булараҡ, ул төрлө ерҙәргә сәфәр ҡылырға ярата. 

- Һөнәрем буйынса мин гидрогеолог, шуғалыр ҙа һыу яратам. Йәйгеһен велосипедта йөрөйөм, Дим йылғаһында рәхәтләнеп һыу ҡойонам. Үҙ ғүмеремдә өс диңгеҙҙә - Ҡара, Каспий һәм Балтик диңгеҙендә һыу индем. Быйыл йәйгеһен Калининград ҡалаһына барҙым. Ҡала буйлап йөрөгәндә, патриот-шағир Фәтих Кәримгә ҡуйылған стендты күрергә тура килде. Кешене йырып үтерлек түгел ине, үҙем шул тиклем тулҡынландым, түҙмәнем, “ул минең яҡташым, үткәрегеҙ мине’ тигәс, халыҡ икегә айырылып, миңә юл бирҙе,  - тип, үҙенең йәйге сәйәхәттән алған хис-тойғолары менән уртаҡлаша ул.

Ләйлә Ғүмәрова.

Саф һауала йөрөүгә ни етә!
Саф һауала йөрөүгә ни етә!
Автор:Гумерова Л
Читайте нас в