Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2022, 13:10

Иң шәп уҡытыусыны билдәләйҙәр

Конкурсты асыу онлайн режимында ойошторолдо

Иң шәп уҡытыусыны билдәләйҙәр
Иң шәп уҡытыусыны билдәләйҙәр

Өфө ҡалаһында XXV “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы”, XVIII “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” һәм XV “Балаларға йөрәгемде илтәм”  конкурстарының асылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бынан тыш тарихта тәүге тапҡыр “Класс етәксеһе” номинацияһы булдырылды. Әйткәндәй, конкурсты асыу онлайн режимында ойошторолдо.

Шул иғтибарға лайыҡ, “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы” быйыл үҙенең 25 “йәшен билдәләй”. 1997 йылдан алып унда бер меңдән ашыу уҡытыусы ҡатнашты, 59 педагог еңеүсе тип танылды, ә алты уҡытыусы Рәсәй кимәленә сыҡты.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева һөйләүенсә, конкурс йылдан-йыл камиллаша, үҫә, яңылыҡтар индерелә. Бәйгенең фекер алышыу майҙансығына әйләнеүе шатландыра.

Әле баш ҡаланың иң яҡшы уҡытыусыһы өсөн 69 педагог көс һынаша, шуның 19-ы – “Йыл уҡытыусыһы”, 8-е – “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, 20-һе – “Педагогик дебют”, 10-ы “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” номинацияларында ҡатнаша. 21 йәш педагог араһында ла ярыш ҡыҙыу бармаҡсы, ә “Балаларға йөрәгемде илтәм” конкурсында 30 педагог ҡатнашырға теләк белдергән.

Мәртәбәле конкурс 24 февралдә тамамлана.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

https://bashgazet.ru

Иң шәп уҡытыусыны билдәләйҙәр
Иң шәп уҡытыусыны билдәләйҙәр
Автор:
Читайте нас: