Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ғинуар 2022, 09:55

Ирекмәндәр талап ителә

Кеше яҙмышына битараф булмағандарҙы Берҙәм ирекмәндәр ойошмаһына саҡыралар.

Ирекмәндәр талап ителә
Ирекмәндәр талап ителә

Республикала коронавирус инфекцияһының һәм уның яңы штамы “омикрон” таралыуы менән бәйле, беҙ ирекмәндәр һәм автомобиль йөрөтөүсе ирекмәндәрҙе Берҙәм ирекмәндәр штабына ҡабул итәбеҙ.

Беҙгә ошо йүнәлештәр буйынса ярҙам кәрәк буласаҡ:

Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында;

 Өлкәндәргә  һәм аҙ хәрәкәтләнгән кешеләргә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар  килтереүҙә;

Автомобиль йөрөтөүсе ирекмәндәр сифатында.

Ярҙам төрҙәре:  кәрәкле аҙыҡ-түлекте һәм дарыуҙарҙы илтеү; һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында ярҙамлашыу; автомобиль ирекмәндәре сифатында ярҙам күрһәтеү.

Битараф булмаған һәр кемде, “Йәшлек House” резидентына берләшергә саҡырабыҙ!

Кемдәр ярҙамға әҙер, ошо һылтанма буйынса анкета тултырығыҙ: : https://clck.ru/anDHJ

Ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыу өсөн вакцина яһатыу тураһында сертификатығыҙ булыуы кәрәк.

Фото: "Башинформ"

https://bashgazet.ru

Ирекмәндәр талап ителә
Ирекмәндәр талап ителә
Автор:
Читайте нас: