Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ғинуар 2022, 00:43

"Минең йәшел уҡыу йортом" бәйгеһенең яңы этабы башланды

Был бәйгене тап студенттар өсөн уҡыу йортонда ойоштороу – бик дөрөҫ һайланған тактика. Әүҙем йәштәр донъяны үҙгәртергә, уны яҡшыраҡ итергә теләй.

"Минең йәшел уҡыу йортом" бәйгеһенең яңы этабы башланды
"Минең йәшел уҡыу йортом" бәйгеһенең яңы этабы башланды

“Минең йәшел юғары уҡыу йортом” бөтә Рәсәй студенттар экопроекттары конкурсының яңы этабы башланды. Студенттар үҙҙәренең уҡыу йортонда – “Экология” милли проекты сиктәрендә “йәшел” тәжрибәләрҙе индереү буйынса командалар ойоштора ала.

Бәйгелә быға тиклем тормошҡа ашырылған проекттар ҙа, әҙер проекттар ҙа ҡатнаша ала. Юғары уҡыу йортон “һау-сәләмәт” һәм “экологик” итергә ынтылған студенттар ете йүнәлеште ҡарай ала: ҡалдыҡтар менән яуаплы эш итеү һәм ресурстарҙы һаҡсыл файҙаланыу; бинаны һәм вуз алды биләмәһен йәшелләндереү; һыуҙың сифатын яҡшыртыу һәм уны һаҡлау; энергияны һаҡсыл файҙаланыу; экологик ағартыу; транспорт һәм яуаплы һатып алыуҙар.

Конкурс 2022 йылдың март аҙағына тиклем дауам итә. Унда ҡатнашыу өсөн мойзеленыйвуз.рф сайтында теркәлергә, 3-10 кешенән торған команда тупларға, методик тәҡдимдәр менән танышырға, конкурсҡа проекттар әҙерләргә һәм тапшырырға кәрәк.

Студенттар үҙ проекттарын әҙерләгәс, юғары уҡыу йорто уҡытыусыһына порталда теркәлергә һәм үҙҙәренең белем биреү учреждениеһынан дөйөм заявка тултырырға кәрәк. Иң яҡшы экологик проекттар Рәсәй вуздары хакимиәттәренә тормошҡа ашырыуға тәҡдим ителәсәк.

– Конкурстың тәүге тулҡынында беҙ 51 юғары уҡыу йортонан 86 проект алдыҡ. Был юғары уҡыу йорттарының экологик повестка менән нығыраҡ ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә. Конкурста ҡатнашыу студентҡа үҙ проектын эшләргә, эксперттарҙан консультация алырға һәм приздар өсөн көрәшергә мөмкинлек бирә, – тип аңлатма бирә конкурсҡа “Рәсәйҙең йәшел вуздары” дөйөм Рәсәй программаһы координаторы Екатерина Олейник.

“Конкурс номинацияларының береһе – ҡалдыҡтар менән яуаплы эш итеү һәм ресурстарҙы һаҡлау “Беҙҙең менән бүлеш” дөйөм Рәсәй программаһы студенттары менән эшләү буйынса йүнәлеште бойомға ашырыу маҡсатына тап килә. Экопроекттар конкурсы ярҙамында студенттар уҡыу йорто биләмәһендә бойомға ашырырлыҡ эш һайлап алыр һәм шул рәүешле вузды экологиялаштырыуға аҙым яһар тип ышанабыҙ”, - тип билдәләй “Coca-Cola” компанияһының тотороҡло үҫеш буйынса менеджеры Александр Горбачев.

Ойоштороусылар студенттарҙы проекттар әҙерләүгә һәм конкурста әүҙем ҡатнашырға илһамландырыу өсөн өҫтәмә ысынбарлыҡ менән “Йәшел тылсым” мобиль уйынын да уйлап тапҡан. Ул ысынбарлыҡта үҙгәрештәр индереү өсөн кәрәкле ябай эко эшмәкәрлекте үҙләштерергә ярҙам итәсәк. Уйын ярҙамында учреждениены нисек “йәшел” итергә һәм тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметергә мөмкин.

Йәш саҡ – янып торған саҡ. Был бәйгене тап студенттар өсөн уҡыу йортонда ойоштороу – бик дөрөҫ һайланған тактика. Әүҙем йәштәр донъяны үҙгәртергә, уны яҡшыраҡ итергә теләй бит. Шуға күрә конкурс улар мөхитендә уңышлы үтер тип көтөлә. Ә тирә-яҡ мөхитте яҡшыртыу, экология өсөн ҡайғыртыуға, ғөмүмән, бала саҡта өйрәтергә кәрәк. Шул саҡта ғына был тәңгәлдә уңышҡа өлгәшеп буласаҡ.  

Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.

#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: mmp38.ru

https://bashgazet.ru

"Минең йәшел уҡыу йортом" бәйгеһенең яңы этабы башланды
"Минең йәшел уҡыу йортом" бәйгеһенең яңы этабы башланды
Автор:
Читайте нас: