Дим буйҙары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ғинуар 2022, 14:41

“Омикрон” штамының коронавирусҡа хас булмаған дүрт билдәһен атағандар

“Омикрон”дың ковидка хас булмаған дүрт билдәһе бар. Мәкерле сирҙең башҡа сир билдәләре менән оҡшашлығы бар. Был хаҡта Бөйөк Британияның The Sun газетаһы илдең һаулыҡ һаҡлау белгестәре мәғлүмәттәренә таянып яҙа.

“Омикрон” штамының коронавирусҡа хас булмаған дүрт билдәһен атағандар
“Омикрон” штамының коронавирусҡа хас булмаған дүрт билдәһен атағандар

“Омикрон” йоҡторғанда, һыуыҡ тейҙереүгә оҡшаш күп кенә билдәләр барлыҡҡа килеүе тураһында иҫкәртелә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берҙәрен башҡа сир менән бутау ихтималы бар.
Шуларҙың береһе – арыу. Был хәл-тороштоң коронавирусҡа бәйлеме-юҡмы икәнен билдәләү ауыр, сөнки уны бик күп хәлдәргә бәйләп ҡарарға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта табип-инфекционист Сачин Награни әйтеүенсә, арыу хисе ковид йоҡтороуҙың иң беренсе билдәһе  булып торорға мөмкин.
“Омикрон”дың тағын бер йәшерен билдәһе – барлыҡ тәндең ауыртыуы-һыҙлауы.
Аппетит юғалыуҙы ла башҡа сир билдәләре менән бутарға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта ул “омикрон” ғына түгел, “дельта” штамын йоҡтороусыларҙа ла күҙәтелә.
Тағын бер билдәһе – ҡоҫоу. Быныһы коронавирустың бығаса мәғлүм булған штамдарына бөтөнләй хас әйбер түгел.

Фото: volg.mk.ru

https://vatantat.ru

“Омикрон” штамының коронавирусҡа хас булмаған дүрт билдәһен атағандар
“Омикрон” штамының коронавирусҡа хас булмаған дүрт билдәһен атағандар
Автор:
Читайте нас: