Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ғинуар 2022, 14:11

Рәсәй халҡының күпселеге Берҙәм дәүләт имтихандарына ҡаршы

БДИ-ға ҡаршы булыусыларҙың күпселеге Төньяҡ Кавказда

Рәсәй халҡының күпселеге Берҙәм дәүләт имтихандарына ҡаршы
Рәсәй халҡының күпселеге Берҙәм дәүләт имтихандарына ҡаршы

Рәсәйлеләрҙең яртыһынан күберәге (60 процент) Берҙәм дәүләт имтихандарын бөтөрөү яғында, тип яҙа РИА Новости “Открытие” банкы тикшеренеүҙәренә һылтанма менән.

БДИ-ға ҡаршы булыусыларҙың күпселеге Төньяҡ Кавказда (75 процент), Мәскүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә улар иң әҙе (55 процент). Һорашыу һөҙөмтәләре буйынса БДИ-ны тулыһынса хуплаусылар илдә 7 процент ҡына. Һорау бирелгән кешеләрҙең һәр дүртенсеһе уға ғәҙәти ҡарай, чөнки “бөтәһе лә өйрәнеп бөткән инде”.

Һорашыуҙар быйыл 13-19 ғинуарҙа халҡы 100 мең кешенән артыҡ булған ҡалаларҙа 18-65 йәшлек 1000 респонденттар араһында үткәрелгән.

ejansura.ru

Рәсәй халҡының күпселеге Берҙәм дәүләт имтихандарына ҡаршы
Рәсәй халҡының күпселеге Берҙәм дәүләт имтихандарына ҡаршы
Автор:
Читайте нас: