Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ғинуар 2022, 15:48

Халыҡ теләге тормошҡа ашһын ине

Ҡаныҡай ауылы халҡы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнаша

Халыҡ теләге тормошҡа ашһын ине
Халыҡ теләге тормошҡа ашһын ине

Билдәле булыуынса, республикала “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” (ППМИ) программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Айырыуса һуңғы йылдарҙа был программала ҡатнашыусылар һиҙелерлек артты. Сөнки был проект – йылдар буйы ҡул етмәгән проблемаларҙы хәл итеүҙең бер юлы. Халыҡ белә: һинең өсөн уңайлыҡтарҙы ситтән килгән кемдер тыуҙырмай, барыһы ла кешенең үҙ тырышлығынан тора. Был проекттың үҙенсәлеге лә шунда - ниндәйҙер проблеманы хәл итеүҙә кешеләр үҙҙәре башлап инициатива күрһәтә һәм урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.

Бикҡол ауыл хакимиәте лә был проектта ҡатнашырға теләк белдерҙе. Урындағы халыҡ менән һорашыуҙар уҙғарылып, нимә алырға йә иһә эшләргә кәрәклеге тикшерелде. Алдан анкеталар тултырыуға ҡарап, (144 кеше) ауыл халҡының фекере буйынса бер нисә вариант тәҡдим ителде: юлдарҙы ремонтлау, урамдарҙы яҡтыртыу һәм Ҡаныҡай урта мәктәбенең тәҙрәләрен яңыртыу.

25 ғинуарҙа “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы (ППМИ) сиктәрендә, ауылдың мәҙәниәт йортонда йомғаҡлау йыйылышы үтте. Ауыл хакимиәте башлығы Ришат Нуриман улы Әхмәтшин йыйылышты асып, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”ның асылы менән ҡыҫҡаса таныштырҙы.

Йыйылышта ҡатнашыусылар тәҡдим ителгән бер нисә проект араһынан, иң лайыҡлыһы һәм кәрәклеһе тип, мәктәптең ағас тәҙрәләрен пластикка алыштырырға тигән тәҡдимде күтәреп алды.

Ярты быуаттан ашыу элек төҙөлгән Ҡаныҡай урта мәктәбенә капиталь ремонт талап ителгәне - көн кеүек асыҡ. Бөгөн был белем усағында өс ауылдан 64 бала уҡый, шулай уҡ мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә 8 бала шөғөлләнә.  

-       Был мөһим мәсьәләне үҙ көсөбөҙ менән генә башҡарып сығырлыҡ түгел, беҙгә дәүләт аҡсалата ярҙам күрһәтә икән, мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға кәрәк. Был проектты финанслауға килгәндә, бүленгән аҡса күләме 1 миллион һумдан артмаҫҡа тейеш һәм ул бер йыл эсендә тормошҡа ашырылырға тейеш, - тине Ришат Нуриман улы.

Мәктәп бинаһының тәҙрәләрен алмаштырыу өсөн, алдан иҫәпләү сметаһы буйынса, 910 мең һум аҡса кәрәк буласаҡ. Проекттың әлеге сметаһы хаҡын иҫәпкә алып, Ҡаныҡай ауылы халҡы 710 мең һум күләмендә республика субсидияһын биреүҙәрен үтенеп мөрәжәғәт итергә ниәтләй. Ошо сумманың 10 процентын ауыл халҡынан йыйыу, ҡалған өлөшөн бағыусыларҙан һәм ауыл биләмәһе бюджетынан йәлеп итеү ҡаралды.

Йыйылышта биш кешенән торған инициатив төркөм һайланды. Флүзә Наил ҡыҙы Буранғолова рәйес итеп тәғәйенләнде, шулай уҡ уның составына Сабитова Эльвира, Рима Нафиҡова, Васильева Зульфина, Роза Нафиҡова индерелде. Уларға төп ойоштороу-аңлатма эшен алып барыу бурысы йөкмәтелде. Был изге эштән ауылда тыуып-үҫкән, әлеге ваҡытта төрлө тарафтарҙа йәшәгән ауылдаштар ҙа ситтә ҡалмаҫ, моғайын.

Йыйында ауыл халҡы актив ҡатнашып, үҙ фекерен белдерҙе һәм алдағы көндәрҙә тағын йыйылышып кәңәшләшергә ҡарар итте. Һәммәһе лә был проект конкурстан үтеп, киләсәктә тормошҡа ашырылыр, тигән ышаныста таралышты.

Ләйлә Ғүмәрова.  

Халыҡ теләге тормошҡа ашһын ине
Халыҡ теләге тормошҡа ашһын ине
Халыҡ теләге тормошҡа ашһын ине
Автор:
Читайте нас: