Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ғинуар 2022, 21:50

Үле йорт хайуандары табылған урын хлорлы эзбиз менән эшкәртелгән. Был эш дауам итә...

Башҡортостанға сусҡаларҙың африка тағуны янай тип хәбәр иткәйнек. Әле сирҙең республикала асыҡланғаны билдәле булды. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

22 ғинуарҙа уларға Стәрлетамаҡ районының Ҡырмыҫҡалы ауылында туғыҙ сусҡаның һәләк булыуы тураһында мәғлүмәт килгән. Урынға Стәрлетамаҡ район-ара ветеринария станцияһы белгестәре сыға.

Яҡынса лаборатор тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса, африка тағуны вирусы асыҡлана. Әле өҫтәмә тикшереүҙәр үткәрелә. Анализдар һөҙөмтәһе экспертизала.

Үле сусҡалар табылған урын хлорлы эзбиз менән эшкәртелгән. Эшкәртеү дауам итә. Был хәл идаралыҡтың контролендә.

Сусҡаларҙың африка тағуны – йоғошло сир, ул бик тиҙ тарала. Уның тураһында 1903 йылдан алып билдәле, Рәсәйҙә 2007 йылдан алып теркәлә. Уның менән бөтә йәштәге һәм тоҡомдағы йорт һәм ҡырағай сусҡалар сирләй.

Идаралыҡта шуны айырым билдәләйҙәр: кешеләрҙең ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүеф юҡ.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.

bashgazet.ru

Үле йорт хайуандары табылған урын хлорлы эзбиз менән эшкәртелгән. Был эш дауам итә...
Үле йорт хайуандары табылған урын хлорлы эзбиз менән эшкәртелгән. Был эш дауам итә...
Автор:
Читайте нас: