Дим буйҙары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ғинуар 2022, 00:02

Заманса техника яңыса эшләй

Өс йыл эсендә 28,6 миллиард һумлыҡ техника һатып алған.  

Заманса техника яңыса эшләй
Заманса техника яңыса эшләй

Һуңғы өс йылда республика аграрийҙары 28,6 миллиард һумлыҡ техника һәм ҡорамалдар һатып алған. Республиканың агросәнәғәт комплексының техник паркы 10 мең берәмеккә яңыртылған. Агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу буйынса республика программаһы бында ҙур роль уйнай.

– Был йүнәлештә фермерҙарыбыҙҙың әүҙемлеге артыуы мөһим. Техник модернизация төбәктең агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙең мөһим факторы булып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылда эшсе ҡулдар етешмәй, ә кадрҙарға ҡытлыҡты, заманса, юғары етештереүсәнлек менән айырылып торған ҡорамалдар ярҙамында тигеҙләргә мөмкин, – ти Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу буйынса республика программаһының 11 йылында 2011 йылдан 2021 йылға тиклем Башҡортостан аграрийҙары 58,3 миллиард һумға 31 мең 136 берәмек төрлө ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Түләнгән субсидия күләме 12 миллиард һумдан ашып киткән.

Агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу буйынса төбәк программаһы фермерҙарға ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алыуға субсидия түләүҙе күҙ уңында тота. Һатып алыуға киткән сығымдарҙың яртыһына тиклеме ҡаплана.

Ауыл хужалығы техникаһын һатып алыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Ауыл сәнәғәт комплексы үҫеше” (Национальный проект "Развитие агропромышленного комплекса") милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

#национальныепроекты#нацпроекты

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

https://bashgazet.ru

 

Заманса техника яңыса эшләй
Заманса техника яңыса эшләй
Автор:
Читайте нас: